Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 13:45

41 мәктәп ябылған

Мәктәптәр, балалар баҡсалары, урта һөнәри уҡыу йорттарында коронавирус буйынса хәлдәр нисек?

Яңы уҡыу йылын күптәр бер ни тиклем хәүеф менән көтөп алды. Был, әлбиттә, коронавирус инфекцияһына бәйле. Былтыр март аҙағынан дистанциялы режимда уҡыған уҡыусыларҙың кире онлайн-режимға ҡайтҡыһы килмәй ине.
Шулай итеп, яңы уҡыу йылы башланып, тәүге ике аҙна үтеп тә китте. Әле хәлдәр нисек? Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән опертив кәңәшмә ваҡытында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Уҡыу йылы башланыу менән 67 уҡыусы һәм уҡытыусы сирләй башлаған. Бөгөн 853 уҡыусы карантинда. Был - 14 район һәм ҡалала урынлашҡан 41 мәктәп.
Балалар баҡсаларына килгәндә, республикала дүрт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы карантинға киткән, ҡайһы бер төркөмдәр ябылған.
Ә бына урта һөнәри белем биреү учреждениеларында коронавирус менән сирләүҙең бер осрағы ла теркәлмәгән.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин дөйөм мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Һуңғы тәүлек эсендә 31 кешелә инфекция асыҡланған, пандемия башланған осорҙан бөгөнгәсә 8254 кеше сир йоҡторған. 31 кеше дауаханала ята, хәлдәре уртаса ауырлыҡта. Ике кешенең хәле ауыр. Ковид-госпиталдәрҙә 50 проценттан ашыу буш урын бар.
– 7722 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан, уларҙың 56-һы һуңғы тәүлек эсендә. Аҙна дауамында 541 кеше, һөҙөмтәлә 93,5 процент кеше һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә һәләк булғандар юҡ, уларҙың һаны 31 булып ҡала, – тине Максим Забелин.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был аҙнаны тағы ла түҙергә һәм аяҡта ныҡлы баҫып торорға кәрәк, тине.
– Ошо аҙна үтеп китһә, барыһы ла аңлашыласаҡ. Дөйөм алғанда, хәлдәр тигеҙ һәм тотороҡло кеүек. Эйе, сирләгән кешеләр булып торасаҡ. Тик, минеңсә, беҙ был тулҡынды тотоп ҡала алдыҡ, – тине Радий Хәбиров.
Мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары тағы бер аҙна эште дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе тынысланырға иртә, тине. Радий Фәрит улы белдереүенсә, илдә лә, донъяла ла коронавирустың икенсе тулҡыны башланған урындар бар. Шуға бөтәбеҙгә лә һаҡ булырға кәрәк.
Фото: 4vsar.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: