Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2020, 18:12

30 йылдан ашыу колхозда эшләнем...

30 йылдан ашыу колхозда эшләнем. Хәҙер хаҡлы ялдамын. Ошо ауыл ерендәге хеҙмәт стажы өсөн пенсияма аҡса өҫтәлеүенә өмөт итә аламмы?

Р. РАФИҠОВ.
Бөрө районы.

Һорауығыҙ бик урынлы. Ысынлап та, ауыл хужалығы тармағында эшләгәндәрҙең ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса юғарыраҡ страховка пенсияһына хоҡуғы бар. Әммә бының өсөн түбәндәге талаптарҙың үтәлеүе зарур. Шулай итеп, аграр хужалыҡта 30 йылдан кәм түгел хеҙмәт стажы булған, ауылда йәшәгән, ниндәйҙер хеҙмәт өсөн аҡса алмаған хаҡлы ялдағылар 25 процент күләмендә өҫтәмә түләнгән аҡсаға өмөт итә ала.

Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ошо үрҙә әйтелгән хоҡуҡҡа эйә булғандарҙың пенсияһына айына 1,4 мең һум аҡса өҫтәлә. Ә бына III төркөм инвалидлыҡ буйынса пенсия алғандарға айына 705 һум ҡушыла.

Әйткәндәй, хаҡлы ялдағы кеше пенсияһын ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн документтарҙы теләгән ваҡытта күрһәтә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: колхоздарҙа, совхоздарҙа һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларында, ойошмаларында малсылыҡ, үҫемлекселек һәм балыҡсылыҡ тармаҡтарында эшләү иҫәпкә алына. Мәҫәлән, агрономдар, тракторсылар, ветеринарҙар, умартасылар – барлығы 500-ҙән ашыу һөнәр эйәһе.

Ә бына 1992 йылға тиклем Рәсәй колхоздарында, машина-трактор станцияларында, крәҫтиән хужалыҡтарында эшләнгән ваҡыт, кемдең ниндәй вазифала хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, ауыл стажына индерелә.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: