Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешебеҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәктә лә шулай киң күңелле, ярҙамсыл, хәстәрлекле, туғандарың, яҡындарың, күршеләрең өсөн йән атып тороусы, кәрәкле кеше булып, уларҙың иғтибарын, ихтирамын тойоп, атҡан hәр таңға ҡыуанып, тыныс тормошта ғүмер кисерергә насип булһын. Һинең иҫән булыуың, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, донъяны йәмләп йәшәүең беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур бәхет.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә hис ҡартаймай,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Ғүмерҙәрҙең hәр бер таңы
Бәйләм, бәйләм бәхет килтерһен.
Иң изге теләктәр менән туғандарың Таһир, Таһира, Зәкирә, Динира, Зөлфиә һәм беҙҙең ғаиләләр.