Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Әлфира һәм Хәбир Хөсәйеновтарҙың да бар ғүмере тыуған ауылдары, туған колхоздары менән тығыҙ бәйләнгән.
Ишле ғаиләлә ете малай араһында кесе йәштән хеҙмәткә өйрәнеп үҫкән Хәбир Фәрит улы 10 йәшенән колхозда эшләй башлай. 18 йәшендә барлыҡ ағайҙары кеүек армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Һуңынан хеҙмәт юлын РМСУ-ла төҙөлөш эштәрендә дауам итә. 24 йәшендә үҙҙәренең ауылынан алты ҡыҙ үҫкән ғаиләлә тәрбиәләнгән 19 йәшлек Әлфираны кәләш итеп ала. Әлфира апай мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына документтарын илтә. Ләкин, имтихандарҙы тапшыра алмау сәбәпле, уға ауылға кире әйләнеп ҡайтырға тура килә. Башҡа ҡыҙҙар икенсе йылына барып, уҡырға инеп киттеләр, ә мин ауылда һауынсы булып тороп ҡалдым, тип һөйләй Әлфира апай. Шулай ҙа, үткән ғүмеренә һис үкенмәй ул. Кемдер балалар уҡытырға, кемдер һыйыр һауырға, иген үҫтерергә лә тейеш бит, ти.
Хәбир Фәрит улы фермала малсы булып эшләһә, Әлфирә Вилдан ҡыҙы иһә һыйырҙар һауа. Билдәле булыуынса, ферма эшендә бер ҡасан да ал-ял юҡ. Ял көндәре булһынмы, байрамдармы, йыл әйләнәһенә малҡайҙарҙы ашатырға, һөттәрен һауырға кәрәк. Шуға ла, улар был хеҙмәттең тәмен яҡшы белә. Өҫтәүенә, йәйен сөгөлдөр утарға, көҙөн уңышты ҡырып тапшырырға ла кәрәк. Колхоз тамамланғандан һуң Хәбир ағай ун йыл мәктәп ҡаҙанлығында эшләп, Әлфира апай 13 йыл мәктәптә иҙән йыуып хаҡлы ялға сығалар.