Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Сентябрь 2020, 10:46

Артем Мазовты күрҙем, ти...

"Ул ныҡ ярһыу, нервыһы ҡуҙғыған кеүек тойолдо, күҙҙәре ҡурҡҡан кешенекенә оҡшаған ине..."

Мазовтар ғаиләһе тарихын бөтә ил белә тиһәк, бер ҙә шаштырыу булмаҫ. Былтыр октябрь аҙағында ҡатынына үпкәләп, Артем Мазов ике балаһы менән һыу буйына сығып китә. Шул көндән алып улар юғала.
Полиция, ирекмәндәр - кемдәр генә эҙләмәй уларҙы. Һөҙөмтә ҡот осҡос: июлдә ике баланың да кәүҙәһе табылды. Биш һәм ете йәшлек малайҙар шул көнгә тиклем һыу аҫтында ятҡан булып сыға. Ә Артем тураһында һаман бер хәбәр ҙә юҡ.
Хоҡуҡ һаҡсылары уны эҙләүҙе дауам итә. Халыҡ араһында кемдәрҙер уны ла үлгән тиһә, күптәр, ир иҫән, башҡа ҡалала икенсе исем аҫтында йәшенеп йөрөйҙөр, тигән фекерҙә. Һәм ошоға дәлил булып, бөгөн яңылыҡ билдәле булды: Дондағы Ростов ҡалаһында бер ҡатын Артемға оҡшаған ирҙе күргән. Был турала “Уфа1” порталы хәбәр итә.
Ҡатын кеше йортонан автовокзалға тиклем тип такси саҡырта. Машинаның руле артында Артем Мазовҡа бик ныҡ оҡшаған ир ултырған.
"Ул ныҡ ярһыу, нервыһы ҡуҙғыған кеүек тойолдо, күҙҙәре ҡурҡҡан кешенекенә оҡшаған ине. Такси ҡушымтаһында ул икенсе төрлө итеп яҙылған, тик йөҙө хас Мазовтыҡы ине", – тигән ҡатын.
“Уфа1” баҫмаһы хәбәрселәре был автомобилде һуңғы хужаһының 2019 йылдың 28 майында һатып алғанын асыҡлаған. Был Мазовтарҙың юғалыуына тиклем ярты йыл алда. Аuto.ru мәғлүмәттәре буйынса, машина такси сервисында теркәлмәгән.
Порталдың журналистары был мәғлүмәттәрҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына тапшырған. Уларға был ирҙең Артем Мазовмы, түгелме икәнлеген асыҡларға кәрәк.
Фото: Уфа1
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: