Шишәмбе һәм шаршамбы сетерлекле мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Иң уңышлы көн – шәмбе.
БУҒА
Финанс хәлегеҙ тотороҡланыр. Аҙна файҙалы бәйләнештәр булдырыу өсөн ҡулай. Мөһим эштәрҙе дүшәмбе, шишәмбелә башларға ниәтләмәгеҙ. Йома бурысҡа алмаҫҡа тырышығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Ниәттәрҙе аҙна башында тормошҡа ашырыу хәйерле. Шаршамбы дуҫтарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ. Йомаға мөһим эште планлаштырмағыҙ.
ҠЫҪАЛА
Ҙур уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге бар. Тик аҡсаға бәйле мәсьәләне кисектереп торорға кәңәш ителә. Имеш-мимешкә ышанмағыҙ. Кесе йомала шәхси мөнәсәбәттәрҙә яңылыҡты асыҡларһығыҙ.
АРЫҪЛАН
Мөмкинлектәрҙе барлап, киләсәкке планға үҙгәрештәр индерегеҙ. Теләктәрегеҙ тормошҡа ашыр. Яңы танышлыҡтарҙан баш тартмағыҙ.
ҠЫҘ
Аҙна уңышлы булмаҡсы. Ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға ҡағылышлы мөһим ваҡиғалар көтөлә. Эштә шәхси тормошоғоҙ тураһында һөйләмәгеҙ. Йома башлаған эште тамамламайынса яңыһына тотонмағыҙ.
ҮЛСӘҮ
Дүшәмбе ниндәйҙер мөһим эште тамамларһығыҙ. Шишәмбе сабырлығығыҙҙы туплағыҙ, юғиһә шәхси мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Эштә көнәркәшлек рухы тантана иткән кеүек, ял алығыҙ.
САЯН
Һәйбәт аҙна. Шишәмбе мөһим яңылыҡ ишетерһегеҙ. Аҙна уртаһында көнсөлдәрҙән һаҡ булығыҙ. Кесаҙнала ваҡиғалар үҙәгенә эләгерһегеҙ. Ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәтһәгеҙ, мәсьәләне хәл итерһегеҙ.
УҠСЫ
Осорҙоң тәүге яртыһында иғтибар, аныҡлыҡ талап иткән мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнегеҙ. Шаршамбынан һуң хәлдең үҙгәреүе ихтимал, көтмәгәндә юлға сығыуығыҙ бар. Йомалағы хәбәрҙең яҡын арала кәрәге тейер.
ЫЛАҠ
Яңы дуҫтар табырһығыҙ, тормошоғоҙ яҡшы яҡҡа үҙгәргәнен тойорһоғоҙ. Шишәмбе ҡатмарлы мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ, бер үк ваҡытта тәжрибә лә тупларһығыҙ. Ял көндәрендә аралашыуҙарҙы сикләгеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала һеҙгә айыҡ аҡыл һәм уяулыҡ кәрәк. Һүҙегеҙҙе уйлап һәм үлсәп һөйләгеҙ. Аҙна уртаһында хеҙмәттәштәрегеҙҙе тәнҡитләмәҫкә тырышығыҙ, низағлашырһығыҙ.
БАЛЫҠ
Ҡулығыҙҙан килмәгән эш булмаҫ. Юғарыраҡ вазифа тәҡдим итеүҙәре бар. Хис-тойғоларҙы ауыҙлыҡларға тырышығыҙ, кешеләргә саманан тыш әүҙемлегегеҙ оҡшамаҫ. Ғәйбәткә юл ҡуймағыҙ.