Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 13:27

"Ҡәйнә теле" тотҡонон кемдәр ҡотҡарған?

Был ваҡиғаның сиселеше юлсыларҙы ғына түгел, ә республика халҡын да борсоуға һалды. “Анау тиклем тәрәнгә осҡан фураны нисек сығарырҙар?”, “Водителгә ниңә ярҙам итмәйҙәр?” һәм башҡа бик күп һорауҙар яуҙы.

Мәғлүм булыуынса, 21 августа Өфө – Белорет автомобиль юлының Елмерҙәк тауы участкаһында – “ҡәйнә теле”ндә – фура тау аҫтына оса. Ул өс аҙна буйы шунда ятты, ә водителе транспортты ташлап китмәй һаҡланы.
Белорет районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ниһайәт, 10 сентябрҙә фураны тартып сығарғандар.
Аллаға шөкөр, донъяла изге, ярҙамсыл кешеләр етерлек. Был осраҡта ла Белорет районы Инйәр ауылынан эшҡыуар Рим Исҡаҡов (пилорама хужаһы) был ваҡиғаға битараф ҡалмаған. Ул водителде лә хәстәрләгән, фураны һаҡлашыуға үҙенең кешеһен дә йәлеп иткән. Махсус трос һатып алып, аҫҡа осҡан транспортты үҙенең һөйрәүсе тракторы менән сығарырға йыйынған.
Әммә тракторы кәрәкмәгән, сөнки был хәл тураһында мәғлүмәт интернет селтәрендә таралғас, күптәр ярҙам итергә теләк белдергән. Һөҙөмтәлә 10 сентябрҙә ваҡиға урынына Өфөнән махсус техника килеп еткән.
"Пилорама хужаһының алдырған тросы һәм эшсе көсө бик кәрәк булды. Текә яр аҫтынан фураны сығарҙылар, шулай уҡ бер тин аҡса алмайынса Инйәргә тиклем һөйрәтеп алып барҙылар", – тип белдерҙеләр урындағы район хакимиәтенән.
Фура хужаһы битараф булмаған бөтә кешеләргә рәхмәт белдерә. “Әгәр ярҙам кәрәк булһа, беҙ ҙә күрһәтербеҙ. Бөтәһенә лә рәхмәт”, – ти ул.
Шулай итеп, күмәк көс менән Елмерҙәк тотҡонон ҡотҡарыуға өлгәштеләр.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: