Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 16:15

Йәйәүлене абайламаған...

Өс кеше һәләк булған, 17-һе йәрәхәтләнгән.

Дүртөйлө районында кис үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлының 8-се километрында 39 йәшлек водитель “Лада Приора” автомобилендә йәйәүлене тапатҡан. 57 йәшлек йәйәүле рөхсәт ителмәгән урындан сыҡмаҡсы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель уны абайламаған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә ныҡ имгәнгән ир "Ашығыс ярҙам" килгәнсе йән биргән, тип хәбәр итә республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов. Фажиғәнең сәбәптәрен тикшереү бара. Үткән тәүлектә, 12 сентябрҙә, республика юлдарында 15 автомобиль аварияһы теркәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кеше һәләк булған һәм 17-һе йәрәхәтләнгән, 56 иҫерек водитель тотолған, урланған бер автомобиль табылған. Хөрмәтле водителдәр, һеҙҙе юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡырабыҙ. Фото: ЮХХДИ. Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: