Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 13:39

Ҡулһыҙ ҡалған вахтасы ярҙамға мохтаж

Биш балалы Инсафетдиновтар әле ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Иркен йортта йәшәү хыялдары селпәрәмә килгән...

Нефтеюганск ҡалаһында һигеҙ метр бейеклектән ҡолап имгәнгән 45 йәшлек вахтасы ғаиләһенә ярҙам кәрәк!
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баҡалы районында йәшәгән күп бала атаһы бер нисә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Табиптар ҡаты имгәнгән ирҙең ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур тырышлыҡ һала, әммә уның бер ҡулын ҡырҡырға тура килә. Уң аяғына бер нисә пластина ҡуялар. Рәмил яҡындарының ярҙамынан башҡа бер ни ҙә эшләй алмай.
Инсафетдиновтар ғаиләһе ваҡытлыса приютҡа урынлаштырған балаларын кире алған. Ир элек производствола мастер булып эшләгән, ”хәҙер ҡулымдан бер ни килмәй” тип бик ҡайғыра. Уның алтын ҡуллы оҫта икәнлеген яҡташтары яҡшы белә. Үҙ көсө менән яҡындарына ваҡытлыса йәшәү өсөн өй төҙөгән, бер үк мәлдә ике ҡатлы йорт күтәрә башлаған. Хәҙер инде оло ғаиләнең иркен йортта йәшәү хыялы юҡҡа сыҡҡан.
Әле биш балалы Алена һәм Рәмил Инсафетдиновтар ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уларҙың һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙары ла бар. Баҡалы районы хакимиәте ғаиләнең торлаҡ проблемаһы тураһында яҡшы белә, уны хәл итеү юлдарын эҙләй. Күп балалы ғаилә матди ярҙамға мохтаж, хәйриә булышлығы күрһәтергә теләгәндәр булһа, Алена Александровна менән бәйләнешкә инергә мөмкин: 8-927-309-34-84.
Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: