Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 15:43
Таш атҡанды көтмәйек
Йәш бай егет зиннәтле яңы машинаһына ултырып урамда йөрөп килергә булған. Ҡапыл ул ниндәйҙер шаҡылдаған тауыш ишетеп туҡтай һәм сығып ҡарай. Баҡһаң, автомобиленә таш ырғытҡандар, шунлыҡтан уның ишеге йәнселгән.
Егет таш атҡан кешене эҙләп киткән. Ҡапҡа төбөндә баҫып торған малайҙы күргән. Ташты ул ташлағанын белгәс, асыуынан елкәһенән эләктереп алған.
— Был машинаның нисә миллион һум торғанын беләһеңме?! Хәҙер был эшеңдең хаҡын түләйәсәкһең! — тип ҡысҡырған.
Малай иһә илап ебәргән.
— Ғәфү итегеҙ, зинһар өсөн. Берәү ҙә туҡтамағас, таш ташларға мәжбүр булдым, — тигән ул. — Тегендә ағайым инвалид коляскаһынан ҡолап төштө. Ә минең уны күтәрергә көсөм етмәй. Ярҙамлаша алмаҫһығыҙмы?
Көтөлмәгән яуап ишеткән егеттең тамағына төйөр ултырған. Ул баланы инвалид коляскаһына күтәреп ултыртҡан. Ҡулъяулығы менән уның күҙ йәшен һөрткән. Таш атҡан малай уға рәхмәт әйткән.
Егет ошо хәл тураһында оҙаҡ уйланып йөрөгән. Был һабаҡты хәтерҙә тотор өсөн машинаһын оҙаҡ ваҡыт ремонтлатмаған.
...Хәҙерге заманда шулай ҡайһы саҡта эргәбеҙҙәге кешеләрҙең - туғандарҙың, күршеләрҙең, дуҫтарҙың - ярҙамға мохтажлығын күрмәйбеҙ. Иғтибарҙы йәлеп иттереү өсөн таш атырға тура килмәһен...
Фото: kaznews.kz
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/iman/Tash-at-andi-k-tm-yek-452820/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан