Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 15:56

Шаңдау

Аталы-уллы тау аша китеп бара. Малай ташҡа абынып ҡолай һәм: – Ай-й-а-й! – тип ҡысҡырып ебәрә. Шунда уҡ тау араһында үҙе артынан: – Ай-а-а-й! – тип ҡабатлаған тауыш ишетелә.

Ҡыҙыҡһыныуы ҡурҡыуын еңеп, малай:

– Кем унда? – тип һөрәнләй.

– Кем унда? – тигән яуапты ишетә.

Асыуланып, ул:

– Ҡурҡаҡ! – тип ҡысҡыра.

– Ҡурҡаҡ! – тигән яуап ала.

Малай атаһына күҙ һалып:

– Атай, был нимә булды ул? – тип һорай.

Ир, йылмайып:

– Улым, иғтибарлыраҡ бул, – ти һәм, – Мин һине яратам! – тип тауҙарға ҡысҡыра.

Тауыш:

– Мин һине яратам! – тип яуап бирә.

Ир:

– Һин – иң яҡшыһы! –ти.

Тауыш та:

– Һин – яҡшыһы! – ти.

Бала быға бик ғәжәпләнә һәм бер нәмә лә аңламай. Шул саҡта атаһы уға:

– Кешеләр быны шаңдау тип атай. Әммә ысынбарлыҡта был беҙҙең тормошобоҙ кеүек: һин нимәләр һөйләгәнһең һәм эшләгәнһең – барыһын да кире ҡайтара.

Тормошобоҙ – беҙҙең эш-ҡылыҡ­тарҙың сағылышы. Әгәр донъянан күберәк яратыу көтһәң, эргә-тирәң­дәгеләргә күберәк һөйөү хистәрен бир. Бәхет теләһәң, күберәк бәхет бир. Ихлас йылмайырға теләһәң, кемде беләһең, шуларға йылмай. Тормош беҙ уға биргәндәрҙе тулыһынса кире ҡайтара. Ул – осраҡлы тап килеүҙәр түгел, ә беҙҙең үҙебеҙҙе үҙебеҙ сағылдырыуыбыҙ, – тип аңлата.

Фото: Ә. ХЫЗЫРОВА.
Йәшлек сайтынан алынды
Яңылыҡ авторы: Ә. ХЫЗЫРОВА.
Читайте нас: