Йәш ярымлыҡ Анелия көндән-көн йәшәүгә һәләтен юғалта бара, дауаланыу өсөн дә мөмкинлектәр кәмей. Күмертау ҡалаһында йәшәгән сабыйҙың диагнозы үтә хәүефле – 2-се типтағы арҡа мускул атрофияһы. Элек был сирҙе дауалап булмай торғандар рәтенә индерә инеләр, хәҙер унан ҡотолоу юлы бар. Йәшәү хаҡы – 160 миллион һум. Бер нисә ай эсендә тылсымлы дарыуҙы ҡаҙамағанда, бала һәләк буласаҡ. Йәш ғаилә Өфөлә үҙҙәренең бәләһенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн автоуҙыш ойошторҙо. Битараф булмаған кешеләр, ирекмәндәр ярҙамында 9 миллион һумға яҡын сумма йыйылһа ла, әле хәйриә ярҙамы туҡтап ҡалған. "Беҙгә ябай халыҡ ярҙам итә. Өфөгә реабилитация үтергә килдек, сөнки беҙҙә ундай мөмкинлек юҡ", - ти Анелияның әсәһе Эвелина Рәфғетдинова. Йәшәү өсөн көрәш – сабыйҙың яҙмышында төп һүҙ. Тыуған ҡалаларында реабилитация менән ярҙам итә алмаһалар ҙа, Анелияның ғаиләһен төрлө алымдар менән ҡурсаларға тырышалар. Яңыраҡ сабыйға булышлыҡ ҡылыу маҡсатында Күмертауҙа автоуҙыш үткәрҙеләр. Республиканың баш ҡалаһында автофлешмоб уҙғарылды. Бәләкәй кешенең ҙур проблемаһына иғтибарҙы йүнәлткән 30 машинанан торған колонна, “Анелия, йәшә!” флагтарын елберҙәтеп, Өфөнөң үҙәк урамдары буйлап үтте. Тәҙрә быялаларындағы смайликтар (был сиргә дусар балаларҙы иркәләп, яратып шулай тип атайҙар) һәм реквизиттар фантастик сумманы йыйырға, бәлки, ярҙам итер? Республикала йәшәгән һәр кеше 40 һум аҡсаһын йәлләмәһә, сабыйҙы ҡотҡарып ҡалып буласаҡ! Фото: BashNews. Автор: Дина Арсланова