Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, республика юлдарында быйылғы һигеҙ ай эсендә балалар ҡатнашлығында 257 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 276 бәлиғ булмаған малай һәм ҡыҙ төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған, туғыҙы һәләк булған. Туғыҙ баланың алтауһы авария мәлендә автомобиль салонында булған. Шулай уҡ йәрәхәтләнгәндәрҙең 50,6 проценты ла транспорт сараһы пассажиры булған. “Автомобиль салоны эсендәге балалар ололар ғәйебе менән һәләк булған. Йәш быуын үҙ-үҙен һаҡлай алмай. Балаларҙың хәүефһеҙлеген ололар - ата-әсә, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, үтеп барыусылар һәм тәү сиратта транспорт саралары водителдәре тәьмин итергә бурыслы”, - тип белдерҙе ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов. Фото: Gorobzor.ru Автор: Римма Султанова