Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 16:12

Күп ҡатлы йортта - ҡот осҡос янғын...

"90-ға яҡын фатир зыян күрҙе. Һигеҙенсе ҡат тулыһынса янып бөттө”.

мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Краснодар ҡалаһының Рәсәй урамында күп ҡатлы йортта көслө янғын теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Краснодар крайы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, йорттоң мансарда ҡаты янған. Иртәнге сәғәт алтынсы яртыға ҡарата 4,4 мең квадрат метр майҙандағы утты ауыҙлыҡлауға өлгәшкәндәр. Краснодар ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары белдереүенсә, зыян күргән кешеләрҙе ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырасаҡтар, аҙаҡ иһә “Кавказ” ҡунаҡханаһына күсерәсәктәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы начальнигы Олег Волынкин белдереүенсә, был фажиғә ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. “Етенсе ҡаттағы фатирҙан янғын сыҡҡан. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпселер. 90-ға яҡын фатир зыян күрҙе. Һигеҙенсе ҡат тулыһынса янып бөттө”, – ти ведомство етәксеһе. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уттың бер нисә урындан сығыуы ла ихтимал. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: