Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 07:55

Кәүҙәһен алып ҡайтмайбыҙ..."

Башҡортостандан 33 йәшлек фотомоделдең фажиғәле һәләк булғаны тураһында хәбәр иткәйнек...

Яңыраҡ Италияның Сардиния утрауында Башҡортостандан 33 йәшлек фотомоделдең фажиғәле һәләк булғаны тураһында яҙылғайны. Ул билдәле журнал өсөн фотоға төшөү менән мауыҡҡан. Мәрхүмәнең әсәһенең һүҙҙәренсә, 4 сентябрҙә ҡыҙы Евгений исемле фотографтың саҡырыуы буйынса Франциянан Италияға осоп килә. Ике көн эшләгәс, диңгеҙҙә йөрөп килергә тип сығалар һәм ни сәбәплелер бәхетһеҙлеккә тарыйҙар. Ул көндәге ваҡиғаға Евгений бер ни тиклем асыҡлыҡ индергән. Егеттең һүҙҙәренсә, ял итеү өсөн ҡуртымға моторлы кәмә алып асыҡ диңгеҙгә сыҡҡандар, уны ярҙан саҡрым ярым алыҫлыҡта якорға ҡуйып, һыу инергә уйлағандар. Егет һыуға сумған арала кәмәләре өс метрға алыҫайған була, һәм бер аҙҙан тулҡын тағы әллә ҡайҙа алып ташлай - шулай улар асыҡ диңгеҙҙә тороп ҡала. Сәғәт ярымдан фотографты ҡотҡаралар. Йөҙө менән һыуға әйләнгән Галинаның йәнһеҙ кәүҙәһе һуңғараҡ табыла. Ҡотҡарыусылар һәм аҙаҡ вертолетта килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәре ҡыҙҙы был хәленән сығарырға тырышып ҡарай, тик ныҡ һуң була шул. Патологоанатом һөҙөмтәһе буйынса, Галина батып үлгән. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡыҙҙың ҡанында ағыуланыу барлығы-юҡлығын да тикшерә, сөнки кәмәлә шампандың буш һауыты табылған. Ҡыҙҙың ғүмеренең һуңғы минуттарында бергә булған фотограф ситкә сығып китмәҫкә тигән ҡултамға ҡуйған. Италия баҫмалары Евгенийҙы алдан уйламайынса кеше үлтереүҙә шик аҫтына алып яҙа. Әле илдә моделдең үлеме буйынса тикшереү эше бара. Ә Өфөлә мәрхүмәнең туғандары Сардинияға барып яҡындары менән мәңгелеккә бәхилләшер өсөн аҡса йыя. Уның кәүҙәһен алып ҡайтмаҫҡа, ә урында яндырырға уйлайҙар. Юлда йөрөп ҡайтырлыҡ аҡсалары бар, ә кремация өсөн тағы 2400 евро кәрәк. Әгәр ҙә Федоровтар ғаиләһенә ярҙам итергә теләүселәр булһа, мәрхүмәнең әсәһенең картаһына 2202200990472613 ниндәй булһа ла сумма ебәрә ала. Фото: Ok.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: