Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2020, 15:54

Эш урынында вафат

Үҙе етәкселек иткән дауахананың реанимацияһында, аяуһыҙ сир менән оҙайлы көрәштән һуң...

Баш ҡалала иң ҙур медицина учреждениеларының береһе булған 13-сө дауахананың баш табибы вафат.
Нәүфәл Ҡудашевҡа ни бары 39 йәш булған, ул оҙаҡ йылдар дауамында ауыр сир менән көрәшкән. Ошо көндәрҙә үҙе етәкселек иткән дауахананың реанимацияһында, аяуһыҙ ауырыу менән оҙайлы көрәштән һуң, вафат булған.
Нәүфәл Ҡудашев Башҡортостан дәүләт медицина университетын 2004 йылда тамамлаған, “Дауалау эше” йүнәлеше буйынса белем алған.
Бер нисә йыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығында эшләгән. Баш ҡаланың 32-се поликлиникаһына етәкселек иткән. Тәүгеләрҙән булып эшендә “һаҡсыллыҡ” элементтарын индергән.
2019 йылдың 5 ноябренән Өфөнөң 13-сө дауаханаһына етәкселек иткән.
Мәрхүмдең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото Нәүфәл Ҡудашевтың социаль селтәрҙәге шәхси битенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: