Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 09:01

Уларҙы яҡындары һәләк иткән...

Был стеналағы һәр фото йорттағы ҡан ҡойошто иҫкә төшөрә.

Өфөлә бығаса булмаған иҫтәлекле урын барлыҡҡа килгән: Зәки Вәлиди урамындағы ер аҫты үткәүелендә үҙ йортонда көс ҡулланыуҙан һәләк булғандарға арналған стена булдырылған. Акцияны Мейәс һәм Силәбе ҡалаларынан феминистик хәрәкәт әүҙемселәре уйлап сығарған. Улар ошо аҙым менән йәмғиәттә көнүҙәк булған киҫкен проблеманы – йортта көс ҡулланыуға ҡаршы закон һаман юҡлығын иҫкә төшөргән. Өфөләге акция хаҡында Фейсбуктағы сәхифәһендә Ева Крестовиц белдергән. Акция йортта көс ҡулланыуҙың системалы гендер проблемаһы икәнлеген дә иҫкәртә, ти әүҙемселәр. Йыл һайын илебеҙҙә бик күп ҡатын йортта көс ҡулланыу ҡорбанына әүерелә, шуға кешенең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән закон булһа, был проблема ниндәйҙер кимәлдә хәл ителер ине, ти акцияны ойоштороусылар. Һандарға килгәндә, төрлө сығанаҡтар төрлө мәғлүмәт бирә. Рәсми статистика, йыл һайын ирҙәре ҡулынан 300-ләгән ҡатын туҡмалып үлә, тиһә, башҡа сығанаҡаҡтар был һан 14 мең самаһы тип белдерә. Фото: ufa1.ru Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: