Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 11:21

Надежда Бабкина Башҡортостанға ғашиҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән осрашты.

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рус йыры” Мәскәү дәүләт академия театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина менән осрашты. Икенсе йыл рәттән Надежда Бабкина Башҡортостанға үҙенең проектын – “Рәсәй йырҙары” Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонын алып килә. Уның нигеҙендә ҡала һәм райондарҙағы үҙәк майҙансыҡтарҙа бөтә илдән фольклор коллективтары концерттары үтә. Быйыл 2 сентябрҙән Нефтекама, Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө, Октябрьский, Дәүләкән, Күмертау, Ишембай ҡалаларында, Ҡырмыҫҡалы районында фестивалдә ҡатнашыусыларҙың концерттары булды. 11 сентябрҙә “Рәсәй йырҙары” марафонында ҡатнашыусылар V “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивален асты. Радий Хәбиров Надежда Бабкинаға республикаға килгәне өсөн рәхмәт әйтте. Халыҡ артисы ла төбәк етәксеһенә ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе, Башҡортостанда милли мәҙәниәттең юғары үҫешен, халыҡтың ихласлығын, ҡалаларҙың төҙөклөгөн билдәләне. Радий Фәрит улы уға республикала биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса тормошҡа ашырылған программалар тураһында ла һөйләне. Надежда Бабкина күпселек тамашасыларҙың фестивалгә этник элементлы кейемдә килгәнен билдәләне. Осрашыуҙа шулай уҡ 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында ла һүҙ булды. – Ошо халыҡ ижады олимпиадаһын ойоштороуҙа беҙҙең менән бергә эшләүегеҙҙе теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Надежда Бабкина башланғысты хупланы, яҡын арала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән был турала фекер алышырға вәғәҙә итте. Осрашыу аҙағында республика Башлығы артисты һәм уның “Рус йыры” театрын киләһе йыл эшмәкәрлектәренең 45 йыллығын Башҡортостанда билдәләргә саҡырҙы. Надежда Бабкина саҡырыуҙы ҡыуанып ҡабул итте. Фото: glavarb.ru Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: