Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 16:54

Мәрхүмдәрҙе... йәшертен ерләйҙәр

Ошо йылдың һигеҙ айында ғына рөхсәтһеҙ шундай 256 урын барлыҡҡа килгән.

Ҡалаларҙа мәйетте ерләү ҡыйбатҡа төшкәне билдәле. Шуға күрәме, Өфө зыяраттарында башбаштаҡланып ҡаҙылған ҡәберҙәр күбәйгәндән-күбәйә икән. Ошо йылдың һигеҙ айында ғына шундай 256 урын барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты ултырышында республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов белдергән. Ул мәрхүмдәрҙе ерләү тәртибен боҙған өсөн штраф булдырырға тәҡдим иткән. Уның күләме 2-20 мең һум булыуы ихтимал. Әйткәндәй, административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексында оҡшаш статья бар икән, әммә бығаса уның буйынса берәүгә лә яза бирелгәне булмаған. Былтыр Өфөлә үҙ белдеге менән ерләү осраҡтары 48 генә булған. Күренеүенсә, хәл ҡырҡыулаша ғына бара. Фото: wikimapia.org Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: