Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 09:04

Илдар Абдразаҡовҡа һаулыҡ теләйбеҙ!

"Ҙур театрҙа спектаклдән һуң үҙемде насар тойҙом, бер аҙ температура ла күтәрелде. Һәм коронавирусҡа ҡабаттан тест тапшырырға булдым..."

Яҡташыбыҙ, танылған йырсы Илдар Абдразаҡов та коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Был хаҡта йырсы үҙе социаль селтәрҙә хәбәр иткән. "Ҙур театрҙа “Дон Карлос” спектакленән һуң үҙемде насар тойҙом, бер аҙ температура ла күтәрелде. Һәм мин коронавирусҡа ҡабаттан тест тапшырырға булдым. Ыңғай һөҙөмтә килде”, - тип яҙа артист. Хәҙер ул дауаханала. Йырсының дуҫ-иштәре, уның талантын хөрмәт итеүселәр, тамашасылар яҡташыбыҙҙың тиҙерәк һауығыуын теләй. 6-8 сентябрҙә Абдразаҡов Ҙур театрҙа 245-се юбилей миҙгелен асыуҙа ҡатнашҡан. Спектакль составы, күренеүенсә, сәхнә йондоҙҙарынан торған. Йырсы Ҙур театрға уңышлы миҙгел һәм коллегаларына һаулыҡ теләгән. Беҙ ҙә яҡташыбыҙҙың тиҙ арала һауығып, тамашасыларын ҡыуандырыуын теләйбеҙ. Фото: ”Башинформ”. Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: