Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 09:07

Эх, егет йәл...

"Renault Duster" автомобилендә ҙур тиҙлек менән килеп...

Башҡортостан ЮХХДИ-һы Балтас районында фажиғә менән тамамланған авария тураһында хәбәр итте: унда 17 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың мәғлүмәтенсә, "Renault Duster" автомобилендә үҫмер ҙур тиҙлек менән килгән һәм, идараны юғалтып, юлдан ситкә осоп әйләнеп киткән. Ваҡиға Балтас районы Үрге Иванай ауылының Үҙәк урамында теркәлгән. Танытмаһыҙ көйө машина асҡысына нисек эйә булғандыр егет - уныһы әлегә билдәһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай ҙур тиҙлектә әйләнеп киткән машина эсендәге егет ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара. Фото: news102.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: