Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2020, 11:17

Әбейҙәр сыуағы оҙаҡҡа килмәйәсәк

Кинәт һыуыта... Синоптиктар ниндәй фараздар еткерҙе?

Алтын көҙгә аяҡ баҫтыҡ, һарысайҙың илаһилығын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Быйыл әбейҙәр сыуағы сентябрҙең икенсе яртыһында көтөлә. Ғәҙәттә, ул йылы һәм ҡоро, шул уҡ ваҡытта оҙайлылығы менән билдәле. Әммә әле әбейҙәр сыуағының ҡыҫҡа булырын фаразлай синоптиктар. Gismeteo.ru порталы хәбәр итеүенсә, Өфө халҡын 18 сентябрҙән 22-һенә тиклем йылы һәм ҡоро көндәр ҡыуандырасаҡ. Көндөҙ һауа температураһы +18-20 градусҡа хәтлем күтәрелә, ә төндә +8 градус тирәһе генә. Ел артыҡ көслө иҫмәйәсәк. Ә 24 сентябрҙән кинәт һыуыта. Башҡортостандың үҙәк райондарында ямғыр яуасаҡ, өҫтәүенә ел көсәйәсәк. Көндөҙ һауа температураһы +6-8 градустан юғары күтәрелмәй. Уның ҡарауы, йылы көндәр октябрҙә лә көтөлә, тип өмөтләндерә синоптиктар. Фото: zen.yandex.ru Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: