Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 16:21

Сентябрь уртаһынан йәнә үҙгәрештәр индерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле, Башҡортостан Республикаһында “Юғары әҙерлек” тәртибен ғәмәлгә индереү тураһында”ғы Указға үҙгәреш индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 15 сентябрҙән йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар, үҙәктәр эшләй башлай. Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы һәм һөнәри спорт командалары араһындағы матчтарҙы үткәреү рөхсәт ителә. Тик санитария-эпидемиология талаптары ҡәтғи үтәлергә, тамашасы трибуналары 50 процент күләмендә генә тулы булырға тейеш.
18 йәштән өлкәнерәк спортсылар өсөн дә Рәсәй Спорт министрлығының төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙың берҙәм календарь планына индерелгән рәсми физкультура һәм спорт саралары йәнә уҙғарыла башлай.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: