Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 16:56

Себергә сығып китһәң дә...

Күңел күҙе менән күрә бел.

“Себерҙә башҡорттар күп эшләй” тип һөйләйҙәр. Бының шулай икәненә үҙем дә инандым. Быйыл февралдә Өфөгә барҙым. Көнөм әрәм булмаһын тип, поезд менән төндә ҡайтырға булдым.

Кемдер вирус алып килгән...

Тимер юл вокзалына киске “Өфө – Мәскәү” поезына килдек. Вокзал­дың икенсе ҡатына менгәс, хайран ҡалдым: залда шығырым тулы ир-ат. Эргәләрендә – юл сумкалары, ҡайһы берҙәренең арҡаларында – биштәрҙәр. Киноларҙа күргәнсә, әйтерһең дә, ир-азаматтарҙы һуғышҡа оҙаталар...

Эргәмдәге олораҡ апай: “Себергә эшкә китеүселәр былар”, – тип хәүефле уйҙа­рым­ды таратты. Барыбер миңә нисектер ҡыйын булып торҙо. Ошо тиклем ирҙәрҙең ғаиләләрен ҡалдырып, ҡатындар елкәһенә йорт-ҡура, хужалыҡ мәшәҡәттәрен ауҙарып китеүе, ай-һай... Ләкин ни эшләйһең, бар тормош аҡсаға ҡоролған шул. “Аллаһ Тәғәлә хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар насип итһен, иҫән-һау йөрөп, хәләл аҡса эшләп ҡайтһындар, тапҡан малдарының рәхәтен күрергә насип булһын”, – тип теләнем.
Сумкаларында нимәләр бар икән, тигән уй ҙа башыма килде. Кейем, ризыҡ, кәрәк- яраҡ... Ә бит улар бер нисә айға китә. “Үҙҙәре менән кипкән үләндәр алалармы икән?” Себер бит – һыуыҡ төбәк. Сирләп тә китәләрҙер. Сирләмәгән осраҡта ла тыуған яҡ үлән­дәренән сәй яһап эсеү һағынғанды баҫырға ярҙам итәлер...

Уйҙарымды бүлеп, Яңы Уренгой йүнә­лешендәге поезға ултыртыу башланғанын иғлан иттеләр. Ирҙәр сумкаларын яурындарына аҫып, ҡулдарына күтәреп, әкрен генә сығып бөттө. Ә миңә үҙҙәре менән үлән алалармы икән, тигән уй тынғылыҡ бирмәне...

Ә был яҙмамды ҡыш уҡ яҙа башлағайным, тамамлап ҡуйырға иһә телефондан бер һөй­ләшеү сәбәп булды. Туймазы ҡала­һынан танышым шылтыратты. Ул үҙе Татарстанда, Әлмәттә йәшәй. Әсәләренә, Туймазы янындағы ауылға, йыш ҡайта. “Зәүхиә апай, мин балалар менән ауылда, әсәй­ҙәрҙә. Рәхәтләнеп еләк йыйҙым, һыу индек, үләндәр киптерҙем. Ярай ҡайтырға ауыл бар, тип ҡыуанам. Ҡала фатирының дүрт стенаһына ҡарап ултырыу тиҙ ялҡыта. Атайыбыҙ өс аҙна элек Себергә эшкә юлланды. Төмәндә ике аҙна изоляцияла булып, эш урынына китте. Улар ҡайҙалыр яланда йәшәй. Эш урынына барғас, температураһы күтәрелеп, сирләп киткән. Тағы бик күптәр бер юлы ауырыған. Кемдер вирус алып килгән булып сыға инде. Антибиотиктар эсәләр. Эй, ниңә генә атайға әрем, ромашка, һарымһаҡ биреп ебәрмәнек икән, тип үкенгәнде белһәң! Икенсе аҙна китте, температураһы һаман төшмәй. Нисек аяҡҡа баҫып китер? Әсәй менән борсолоп торабыҙ”, – тине.

“Тирә-яғында нимә үҫә икән, һора әле, ун­да ла был осраҡта ярҙам итерлек сәбәп бар­ҙыр, Себер – файҙалы үләндәргә ныҡ бай яҡ. Күбеһе антибиотик дәрәжә­һендә лә, им­му­нитет күтәрергә лә ярҙам итә,” – тинем мин.

“Эй, апай, ҡайҙан үлән йыйыу, бәҙрәфтән башҡа бер ҡайҙа ла сығармайҙар. Карантиндалар”, – тип яуапланы танышым.
Иң үкенеслеһе – берәй ус ҡына әремен, ромашкаһын, ҡыр миләше (пижма шулай тәр­жемә ителә йәки еҙтөймә), кипкән еләк, әсе ҡорот һәм башҡа вирусҡа ҡаршы торор­лоҡ тыуған яҡ ниғмәттәрен һалып ебәрмәүҙәре.

Ә бөгөнгө коронавирус, үпкә пневмонияһы сире арҡаһында килеп тыуған шарттарҙа был – ҡайҙа булһа ла ситкә сығып киткән һәр бер кешенең башына төшөргә тейешле уй. Мин барған ерҙә сирләп китһәм, үҙемә нисек ярҙам итермен, тип уйларға тейешбеҙ. Эйе, шифаханаға барыу, “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу – ул мөһим, әммә тиҙ ярҙамды үҙебеҙгә үҙебеҙ ҙә күрһәтә белергә тейешбеҙ. Юҡҡа ғына күтәрмәйем мин был проблеманы. Бөгөн үрҙә һаналған сирҙәрҙе еңдек, ул мәсьәлә юҡ, тип әйтә алмайбыҙ. Дарыуҙар ҙа был сирҙе тамырынан йолҡоп ала, тип маҡтана алмайбыҙ.

Был хәл быйыл ҡыш булды

Әйҙәгеҙ, бөгөнгө шарттарҙа Себергә йәки бүтән сит ергә киткән яҡындарыбыҙҙың сум­каһына нимәләр һалып ебәрергә тейеш­беҙ, тигән һорауға яуап эҙләйек. Себергә, ко­ман­дировкаға, “шабашка”ға, уҡырға һәм баш­ҡа сәбәптәр менән юлға сыҡҡандарға кип­кән әрем, еҙтөймә, уҫаҡ, имән ҡайырыһы, кипкән еләктәр (ер еләге, балан, миләш), кип­кән һәм шыйыҡ әсе ҡорот, әсе борос, онталған ҡәнәфер (гвоздика), куркума, имбир, корица, кардамон һалырға кәрәк. Һуңғылары магазинда һатыла. Тик ҡәнәферҙе үҙегеҙгә ко­фе онтағыста онтарға ҡала. Уның онтал­ма­ға­нын да алыу һәйбәт булыр. Үҙен һәм әрем­де кеҫәгә һалып барып, эштә ауыҙҙа сәйнәп йөрөргә була. Сирҙе иҫкәртеү сараһы был.

Шулай уҡ үҙебеҙҙең яҡтың бал ризыҡ­тарын һалып ебәрһәк тә һәйбәт: һитә, прополис, һеркә. Балды инде әйтеп тораһы ла түгел! Ышанам: уны үҙҙәре менән алыусылар күптер. Былар барыһы ла теләһә ҡайһы вирусҡа ҡаршы торорлоҡ көс бирә ала. Һәр кем былар янына йәнә алоэ, андыҙ тамыры, дегәнәк тамыры һәм башҡалар өҫтәй ала.

Тағы бер кешенең тарихы күптәргә фәһем булыр, тип уйлайым. Был хәл быйыл ҡыш булды.
Бик яҡшы танышым шылтыратты: “Зәүхиә апай, Себерҙә эшләгән ағайымдың иҫәнлеге китеп тора әле. Бер ай эшләп ҡайтҡас, ике-өс аҙна ауырып, көскә хәл йыйып китә. Бөтөнләй рәт бөтөп бара, ти. Ҡатыны – шәфҡәт туташы. Уколдар, дарыуҙар хәтһеҙ яһалды, эселде. Теге аҙнала күрешкәйнек, һарғайып бөткән. Шифаханаға бар тиһәм, ҡан баҫымы күтәрелә лә китә, ниндәй шифахана, өйҙә көскә йөрөйөм, ти. Берәй нимә менән ярҙам итәйек әле”.

Айрат миңә килде. Себерҙә 15 йыл эшләй икән, улына фатир алып бирешкән. Йорт-ҡу­раһын нығытҡан. Әммә пенсияға сығып, рә­хәт­ләнеп үҙем өсөн дә йәшәйем тигән ва­ҡыт етеп килгәндә, сәләмәтлеге ныҡ насара­йып киткән. “Һуңғы айҙы көскә эшләп ҡайт­тым, ҡан баҫымына ҡаршы дарыуҙарҙы ла гел эсеп тороу ҙа ситен, ашағаным да әллә йүн­ләп эшкәртелмәй, хәл юҡ. Тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы ла эсеп ҡараным, хәл яҡшыға үҙгәрмәй. Аяҡтың тубыҡтары ла һыҙлай баш­ланы, уныһы йоҡларға ҡамасаулай. Ҡул­дар ҙа тиҙ тала, баш ауыр. Йоҡлаһам да йо­ҡо туймай, аптыралған инде”, – тип һөйләне ул.

Айраттың йөҙө, ысынлап та, һарғылт төҫ­тә (бауырҙың ауырығанын күрһәткән билдә). Сәстәре һуңғы йылда ныҡ ағарған: бауыр насар эшләй башлаһа, сәс саллана, сөнки уларға ла витаминдар, ферменттар, микро һәм макроэлементтар кәрәк. Тубыҡтары ла шешенеп тора.

Ниғмәттәр ышаныс бирә

Ашарға үҙҙәре әҙерләй икән, гел бешкән ризыҡ ашайҙар. Салаттар, сей йәшелсә, еләк-емеш юҡ дәрәжәһендә. Тимәк, Айраттың эсендә бактерияларға, паразиттарға үрсергә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ә улар тәндең теләһә ҡайһы өлөшөндә лә үҙҙәренең насар ғәмәлдәрен тормошҡа ашыра. Бешкән ризыҡ ҡына ашау перистальтиканы насарайта, ә был үҙ сиратында ашаған ризыҡтың аш­ҡаҙанда, эсәктәрҙә оҙаҡ ятыуына килтерә һәм ундағы сереү ҡалдыҡтарында үрсеп, тирә-яҡ ағзаларға вирустар, зыянлы бактериялар һәм паразиттар сыға башлай.

“Паразиттар ныҡ үрсеп киткән, һиңә уларға ҡаршы дауалау курсы үтергә кәрәк. Үҙең менән кипкән әрем булһа ла алып барып эсергә кәрәк. Ә һинең хәҙерге хәлеңдә мин таҙа кәрәсин табып, бер нисә курс эсеп алырға тәҡдим итер инем. Ошо урында Айрат көлөп ебәрҙе: “Дүрт кеше йәшәйбеҙ, өсөбөҙ тиҫтерҙәр тиерлек. Беҙҙең менән 20 йәшкә олораҡ ағай ҙа йәшәй. Ул килгәнебеҙҙә эшләй ине инде. Ул һәр ваҡыт “ҡорттарҙы үрсетмәйем, улар бөтә сиргә сәбәп була” тип әрем, аҙнаға бер тапҡыр 50 грамм таҙа кәрәсин эсә. Нисә йыл инде. Ул беҙҙе әрләй: “Сереп ятаһығыҙ, һеҙҙе ҡорттар ашай”, – тип. Уның ҡан баҫымы ла юҡ, йөрәге лә сәләмәт, 65 йәштә лә егеттәр кеүек. Ә беҙ өсөбөҙ ҙә сирләп көскә йөрөйбөҙ. Мин бө­төнләй киптем. Ул ағай урманға сығып, үлән­дәр, тамырҙар йыйып ҡайта, киптерә. Бы­сағүлән (сабельник) тип иҫе китә. Шулар­ҙы эсә, беҙгә тәҡдим итә. Бер күңел һалма­ғанмын, ысынлап та, мине эстән шул бактериялар, ҡорттар ашай, тимәк. Бер ҙә хәл юҡ. Бауырҙың да эшләмәгәнен һиҙәм”, – тине Айрат.

Нимәләр эшләне һуң ул? Иң беренсе туҡланыуҙы үҙгәрттек. Эсәктәрҙең перисталь­тикаһын тергеҙеү өсөн күҙәнәктәргә бай ри­зыҡ­тар, йәшелсә аштары, салаттар өҫтәнек.

Бауырға тюбаж яһаныҡ. “Себергә нимәләр һалып ебәрергә” тигән исемлектәге бөтә үләндәрҙе самаһын белеп эсә башланы. Аяҡтарына кәрәсин менән компресс эшләнек. Һеңлеһендә таҙа кәрәсин бар ине, уны ла алып ҡайтып китте. Ике аҙна уны ла эскән. “Эстән өс көн әллә нимәләрҙе ҡыуаланы”, – тине аҙаҡ. Әллә нимәләр түгел, унда йәбешеп торған паразиттар, бактериялар сыға. Кәрәсин үҙенең эшен белә.

Бер нисә айҙан Айрат тағы килеп китте. “Йәшәүе күңеллерәк. Ашағандан һуң аш­ҡаҙан ауырая ине, хәҙер һиҙмәйем дә. Эсәктәр һәйбәт эшләй башланы. Бауырҙы тағы таҙартаһы бар. Үҙем һиҙәм. Иң мөһиме – ҡан баҫымы көйләнде. Йөҙөм алһыуланды. Һап-һары инем бит. Тюбаж яҡшы сара икән. Артабан ошо режимда йәшәргә уйлайым”, – тине. Быға өҫтәп ни әйтәһең?!

...Аллаһ Тәғәләнең кеше сәләмәт йәшәһен өсөн биргән ниғмәттәре беҙгә яҡын булған һайын, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай алабыҙ. Улар беҙгә рәхәтләнеп эшкә йөрөргә, һәр көндөң ҡыуанысын тойорға, сирҙәрҙе урап үтергә ярҙам итә. Тик уларҙы күңел күҙе менән күреп, үҙебеҙгә нимә кәрәклеген эске бер тойомлау менән һиҙә белергә генә кәрәк.

Татарстан Республикаһы.
Автор: Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА
Читайте нас: