Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:57

Һәр етәксенең өҫтәл китабына әүерелһен

"Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Эшлекле башҡорт теле” уҡыу әсбабының исем туйы үтте. Бер төркөм китап авторҙары уның яҙылыу тарихы, маҡсаты, төп тәғәйенләнеше хаҡында бәйән итте.

Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булғас, был уҡыу әсбабы өҫтөндә эш башланыҡ. Беренсе китапты филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина, Нурия Әсәҙуллина, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Вәлиева менән берлектә төҙөнөк, – тине Рита Аҡбулатова, Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү фондының “Фән” йүнәлеше белгесе, – Икенсе китап өҫтөндә филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова, филология фәндәре кандидаттары Нәсимә Суфиянова, Резида Сөләймәнова эшләне.
Был китапта теоретик та, методик та мәғлүмәт етерлек. Ул дәүләт эшендәге һәр чиновниктың өҫтәл китабы булырға тейеш. Эшлекле башҡорт теле” әсбабы документтар тултырыуҙа ярҙам итә.
Был китап өҫтөндә ғинуарҙан алып ентекле эш барҙы, команда берҙәм, шыма эшләне, һәр кем үҙ тәғәйенләнешен белде. Грант ваҡыты үтергә әле ике ай бар, ә беҙ инде китапты ҡулға алдыҡ. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә рәхмәт – һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙылар”.
Филология фәндәре докторы, БДУ-ның башҡорт филогияһы, журналистикаһы һәм шәрҡиәте факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина әйтеүенсә, был китапты кешеләр оҙаҡ көткән.
Эшлекле башҡорт теле” донъя күргәс, күптәр ҡыуанысын белдереп шылтыратты, ошо арҡылы был китаптың сығыуы ысын-ысынында тарихи ваҡиға икәненә инандыҡ”, – тине ул һәм юғары уҡыу йорттарында “Эшлекле башҡорт теле” предметы булыуын, киләсәктә был әсбаптың дәреслек булараҡ ҡулланылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисамитдинова сығышын Башҡортостанда телдәр хаҡындағы закондың 1999 йылда уҡ ҡабул ителеүен иҫкә алыу менән башланы.
Ул ваҡыттан әлеп бөгөнгә тиклем бер быуын үҫеп сыҡты. Телде һаҡлау буйынса Башҡортостанда күп эштәр башҡарыла, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының ойошторолоуы был эштәрҙе бойомға ашырыуға ҙур этәргес булып тора. Фондҡа беҙгә ярҙа итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт.
Документ – етди эш, уның менән тәғәйен миҫалдарға таянып эш итеү мөһим. Был йүнәлештә эш дауам итергә тейеш”, – тине Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы һәм Телде өйрәнеү институты сығарған китаптар менән таныштырҙы. Улар араһында төрлө һүҙлектәр, шул иҫәптән ЗАГС хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгәндәре лә бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең институттың матди базаһы шәптән түгел, шуға бындай китаптарҙың данаһы 150-нән артмай. Бөгөн килеп, был уҡыу әсбабы менән оло эшкә нигеҙ һалынды, тп уйлайым. Эшлекле башҡорт теле тулыһынса формалашһын, рәсмиләшһен өсөн был эш артабан да дауам итһен ине”, – тип тамамланы ул һүҙен.
Эшлекле башҡорт теле” уҡыу әсбабына килгәндә, ул эшлекле башҡорт теле курсының теоретик белемен, эшлекле аралашыу мәҙәниәтен берләштергән. Китапта үҙаллы шөғөлләнер өсөн күнекмәләр, рәсми-эшлекле лексиканың русса-башҡортса һүҙлеге лә бар.

Башҡорт телендә документ тултырырға теләгәндәр был китапта бойороҡ, нигеҙләмә, ҡағиҙәләр, ҡулланма кеүек эш ҡағыҙы өлгөләрен таба, эш хаттарын, әмер, күрһәтмәләрҙе яҙыу тәртибенә өйрәнә һәм башҡа мәғлүмәттәр аша эшлекле башҡорт теле буйынса белемдәрен камиллаштыра ала.

“Эшлекле башҡорт теле” китабының исем туйында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкиле лә бар ине. Башҡортостан Башлығы идаралығының милли сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлегенең ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса кәңәшсеһе Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова был проекттың әһәмиәтле һәм көнүҙәк булыуы хаҡында һөйләне.

“Беҙҙең республика федераль кимәлдә милли майҙан булараҡ танылған. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә кәңәшмәләр башҡорт телендә үткәрелә башланы. Башҡорт телен ҡулланыу даирәһе киләсәктә тағы ла киңәйәсәк”, – тине ул һәм китаптар өҫтөндә эшләгән команданың берҙәм, системалы рәүештә тир түккәнен иғтибар үҙәгенә алды.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова киләсәктә был китаптарҙың электрон варианты сығасаҡ тип белдерҙе. Телефонда махсус ҡушымталар эшләү ҙә күҙ уңында тотола. “Теләүселәр булһа, эшлекле башҡорт теле курстарын да дауам итәсәкбеҙ”, – тине ул.

“Эшлекле башҡорт теле” уҡыу әсбабы, ысынлап та, башҡорт теле үҫешендә тарихи ваҡиға, сөнки бөгөн телде был йүнәлештә ҡулланыуға мохтажлыҡ артҡандан-арта. Юғарыла иҫкә алып үтеүҙәренсә, дәүләт кимәлендәге осрашыуҙар, кәңәшмәләр ҙә башлыса башҡорт телендә үткәрелә башланы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та башҡорт теленә ҙур иғтибар бүлә. Шуға күрә, был уҡыу әсбабтары һәр етәксенең өҫтәл китабына әүерелһен ине.

Автор фотоһы.

Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас: