Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 20:09

Нәзирәкәй, берүк терел!

Сабый дауаханаға үҙ аяҡтарында килә, ә хәҙер – реанимацияла...

Июнь уртаһында өс йәшлек Нәзирә Билалова Республика балалар клиник дауаханаһына ята. Шунан алып уның хәле насарая ғына бара. Хәҙер ул яһалма кома хәлендә реанимацияла.
Ҡыҙҙың әсәһенең ирекмән Регина Бирғулиеваға хәбәр итеүе буйынса, 3 сентябрҙә операция яһарға тейеш булғандар, әммә хәҙер быны эшләү мөмкин түгел. Мәскәү табиптарына мөрәжәғәт иткәндәр, тик унан яуап 17 сентябрҙә генә килергә тейеш. Етмәһә, борсолоуҙарҙан алйыған әсә кеше дауахана коридорында йығылып, аяғын һындырған. Хәҙер ул ҡалаға кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек артынан да сығып йөрөй алмай.
Ирекмән Регина баланың МРТ тикшереүе һөҙөмтәләре менән төрлө дауаханаларға мөрәжәғәт итеп ҡарай, ләкин ваҡыт ҡыҫа – Нәзирәгә кисекмәҫтән операция талап ителә. Әгәр кемдер ярҙам итә ала икән, ирекмәндең телефоны: 8 919 616 60 26.
Был хәл тураһында яҙған “КП-Уфа” порталы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алған яуапта: “Әлеге мәлдә баланың хәле тулы күҙәтеү аҫтында. Бығаса видеоконференция рәүешендә Мәскәү табиптары менән бер нисә тапҡыр консультация үткәрелгән. Хәҙер табиптар консилиумы уҙасаҡ, унда дауаланыуҙың артабанғы юлдары эҙләнәсәк. 3 сентябрҙәге операция баланың хәле насарайыуы сәбәпле кисектерелгән”, – тиелгән.
Һәр хәлдә сабый ярҙамһыҙ ҡалмаҫ, дауахананан терелеп сығыр тигән өмөттәбеҙ. Һауыҡ, Нәзирәкәй!
Фото: kp-ufa.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: