Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:26

МИН ҮС АЛДЫМ ИНДЕ... (хикәйә)

Маһинур менән Рәүҙәт Төркиәгә путевканы ҡыштан уҡ, хаҡы арзан саҡта, алып ҡуйғайнылар. Ләкин барыһын да алдан белеп буламы һуң инде, ял итергә осорға бер аҙна ҡалғас, ирен эшенә саҡыртып алдылар һәм ашығыс эштәр килеп сығыуы хаҡында хәбәр иттеләр.

Ашығыс ҡына түгел, хатта ай буйы ла бөтмәҫлек һымаҡ. Уның ҡарауы, ҙур ғына түләү, премия, эш хаҡы вәғәҙә иттеләр. Аэропортта саҡта Рәүҙәт, ысынлап тороп, Маһинурҙы, осма ла ҡуй, тип өгөтләп ҡарағайны, ҡатынының йонсоған йөҙөн күреп, ял итергә үҙенә генә барырға рөхсәт итергә мәжбүр булды.
Бына Маһинур ҡайтып етте, телефон аша, иртән генә килеп төшәбеҙ, тип тәүҙә әйтһә лә, иренең ваҡ-төйәккә иғтибарһыҙ икәнлеген белә, самолеттың Өфө аэропортына төн уртаһында уҡ килеп төшөүен алдан хәбәр итеп торманы. Аҙаҡ, хаталанғанмын, тип әйтер ҙә ҡуйыр. Сумаҙанында хәләленә, тип алған бик шәп бүләк ята. Таксиҙан килеп төшкәс, тәҙрәләренә күҙ һалды. Ут күренмәй. Тимәк, йоҡлайҙыр. Бер үҙе булһа ғына ярар ине. Кем белә, бәлки берәйһен алып килгәндер. Маһинурҙың быныһы икенсе никахы, үҙенсә һуңғыһы булһын, тип теләй. Рәүҙәтте бик ярата, үҙе лә ышанысын юғалтҡаны юҡ.
Ишекте асып ебәргәс, ире аптырап ҡалды:
– Һин, иртән, тип әйткәнең, түгелме һуң? – тине ул ҡатынын ҡосағына алып.
– Ваҡытты бутағанмын, – тип аҡланды тегеһе, – нимә, минең ҡайтыуыма шатланмайһыңмы ни? Ә мин һиңә бүләк алып ҡайттым. Күҙҙәреңде йом.
Ҡатын эскә үтте. Бүлмәләргә еңелсә генә күҙ һалды, йыуыныу бүлмәһенә ҡул сайҡарға ингәс, көтөлмәгән үҙгәрешкә иғтибар итте. Шкафта бығаса берәү ҙә ҡулланмаған ят шампунь һауыты ултыра. Сумаҙанын һөйрәп, залға керҙе, шифоньерҙы асты һәм ҡорт саҡҡан һымаҡ, тертләп ҡуйҙы. Алып та ҡуймаған, ҡәбәхәт! Күпте кисергән ҡатын диван башында ятҡан аҡһыл һыңар шпилькаға иғтибар ҙа итмәне, өндәшмәне.
– Йә, мин көтәм, – тине ире ашҡынып.
Йүнһеҙ! Берәү көткән, имеш. Ә ул иренә ышанып, бер үҙен ҡалдырып китте. Ярай, тегендә үсен алды-мәгәр. Килеп аҡсалы яңғыҙ ирҙәр быйыл күп ине. Мөхәббәт диңгеҙенә быйыл тулыһынса батты ла ҡуйҙы. Ярай, ирен эйәртеп бармаған. Ана, тора ул, тоғро эт һымаҡ, күҙҙәрен йомоп, мөғжизә көтөп. Хайуан! Ҡатыны юҡта бында нимәләр творить иткән? Йә, йөрө инде хәҙер мөгөҙөңдөң саталарын шалтырлатып!
– Ҡәҙерлем, көтәм, – ти ир, ашҡына, түҙмәй.
Ҡатын иҫенә килде. Нәфрәт менән иренә ҡараны:
– Көтмә! – тине ул тупаҫ итеп, – Минең башым ауырта. Ошонда ятып ял итәм. Сығып тор!
Рәүҙәт күндәм генә сығырға ҡуҙғалды:
– Самолетта арығанһыңдыр, хәҙер сәй бирәм, ҡәҙерлем, – тине, – Саҡ ҡына зәмзәм тамыҙам.
– Кәрәкмәй! – тине ҡатыны яһиллашып. – Ял итергә форсат бир!
Ире сығып китте. Ҡатыны урынына ятты һәм күҙҙәрен йомоп, ойорға тырышып ҡараны. Юҡ, булмаһа, булмай икән. Хәләл иреңде ун көнгә лә ҡалдырыр әмәл юҡ! Белһәң ине, кемде алып килде икән? Йәшерәктер инде. Ҡатын таныштарын барланы, әхирәттәрен күңеле менән тикшереп сыҡты. Юҡ, кем икәнлеген дә белмәй. Ярай, алдан килеп төштө. Ныу, эләкһә, кәрәген бирә ине!
Ә ир, ҡатынының холҡон белгәнгә, өндәшмәй. Сөнки ҡатыны етәксе вазифа биләй һәм үҙе өсөн сигенеүҙе, хатаһын таныуҙы түбәнселек тип ҡарай. Ир ҡатынын шулай тип белә һәм быға тиклем үҙгәргәне тойолманы. Рәүҙәттең эштә үҙ мәшәҡәттәре. Алһыҙ-ялһыҙ эшләйҙәр. Быйыл тапшырылырға тейеш объекттың башланғыс проекттарында ҙур хаталарға юл ҡуйылған. Хәҙер, сығымдар түкмәй генә, кәмселектәрҙе бөтөрөргә кәрәк. Ул, мендәргә башын терәү менән, йоҡлап китте. Иртән уянды, тауыш-тын ишетелмәй, ҡатыны һаман да йоҡлайҙыр. Бәлки, йоҡоһо туйһа, кәйефе лә күтәрлелер. Ни тиһәң дә, аҙнанан ашыу осрашҡандары юҡ, бәлки һағынғандыр ҙа. Ир залға сыҡты. Ҡатыны ла, сумаҙаны ла – юҡ. Өҫтәлдә ҡағыҙ киҫәге күренә. Унда: “Етте! Мин айырылам! Әйберҙәремде һуңынан килеп алырмын...” – тип яҙылғайны.
Маһинур, әсәһенә килеп кергәс, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ашарға ултырҙы. Хатта әсәһенең: “Кейәү ни хәлдә?” – тигән һорауына ла яуап бирмәне. Төшкә тиклем тағы йоҡлап алды. Торғас, әсәһе тағы ла эргәһенә килде: “Нимә булды?” – тип һораны.
Маһинуры барыһын да һөйләп бирҙе. Шифоньер эсендә нимә күргәнен дә, арзанлы сәс йыйғысты ла ҡалдырманы:
– Бына, ышан инде, ирҙәргә, – тине ул уфтанып.
– Үҙең ҡалдырып киттең бит. Сыҡҡанда, йәшерәк икәнлеген белә инең. Ай-һай, яңғыҙ барҙың, үҙең дә буш йөрөмәгәнһеңдер! Үсте мул итеп алғанһыңдыр инде! – тине әсәһе.
– Уныһы – минең эш, – тине ҡыҙы тупаҫ ҡына, – Булды. Үкенмәйем. Тик үсем ҡанманы.
Телефонына күҙ һалғайны, һүнгәнен күрҙе. Иҫенә төштө: зарядкаһы Рәүҙәттең фатирында ҡалды. Ҡыйын булһа ла, кире барырға тура килә. О, шул ирҙе, хыянатсы! Күргеһе килмәй! Әсәһенең телефонынан Рәүҙәттең өй телефонына шылтыратты. Берәү ҙә алмай. Тимәк, өйҙә юҡ, эшкә киткән. Тиҙ генә такси саҡырҙы ла, зарядкаһын алырға, Рәүҙәттең фатирына китте. Элекке иренең, уның элекке буласағына шикләнмәй, фатирынан әйберҙәрен йыйыштырҙы. Шул ваҡыт ике-өс тапҡыр шылтыратырға ла өлгөрҙөләр. Тәүҙәрәк трубканы алмағайны, аҙаҡ ҡыҙыҡһыныуы еңде, бәлки берәй таныш ҡатындыр. Телефондан ҡәйнәһе Сәлихәнең тауышы ишетелде:
– Маһинур, ҡыҙым, һаумы! – тине ул хәлһеҙ генә тауыш менән. – Өс көн элек һеҙгә килдем, йүнәлтмә менән ебәрҙеләр. Рәүҙәт иртән һине өйҙә була, тигәйне. Һине борсомайым, әйтмәйем, тине. Мин бит бында, дауаханала, ятам. Кисә генә һалдылар. Килеп кит әле. Дарыуҙары юҡ. Рецепты үҙемдә, һатып алырһың. “Пышка”ға кереп, һурпа ла ал. Онотоп торам, залдағы шкафыңда йоҡа халатым ҡалған, шуны ла алып кил.
Маһинур яңынан такси саҡыртып, дауаханаға барып етә һалды. Тәүҙәрәк, палатаға инеү менән, ҡәйнәһен танымай торҙо. Ҡуйы аҡ сәстәрен елкәһенә йыйып ҡуйған. Ябыҡҡан, сир берәүҙе лә матурламай шул. Карауат башында ултырған ап-аҡ тумбочканы күргәс, Маһинур тағы тертләп ҡуйҙы. Һыу шешәләре, дарыуҙар араһында уны тетрәнергә мәжбүр иткән әйбер, сирле ҡарсыҡтың сәстәрен йыйып ҡуйған аҡһыл шпилькалар ята ине.
Был ҡатынға нимә етмәйҙер инде? Рәүҙәт һағынып, ашҡынып көтөп алғайны ҡатынын. Өйләнешеүҙәренә ике йылдан артыҡ булһа ла, беренсе тапҡыр шулай оҙаҡҡа хушлаштылар. Көткәйне, һағынғайны Маһинурын. Хушбуйҙарын аңҡытып, ҡатынының килеп инеүе күҙ алдына килде. Ләкин йөрәкте өлпөлдәтеп, мейене шаңғытып, алдына ҡағыҙ киҫәге килә лә ята.
“Етте! Мин айырылам! Әйберҙәремде һуңынан килеп алырмын...”
Етмәһә, әсәһе сирләп тора бит әле. Таныш табип менән һөйләшкәйне, сире бик аҙған, беҙ хәлен генә еңеләйтә аласаҡбыҙ. Шуға, нисек кенә ауыр булмаһын, әйтергә мәжбүрмен, әҙер булығыҙ, ныҡ тороғоҙ, тигән һымағыраҡ киҫәтеп ҡуйҙы ҡуйыуын. Эштән һуң әсәһе янына барырға йыйынғайны. Маһинур менән барып керһәләр, ҡайһылай һәйбәт булыр ине. Хәҙер юҡ инде. Был ҡатындың холоҡ-фиғеленә күнегеп бөткән Рәүҙәт. Ғүмер баҡый етәксе вазифалар биләгән, кешеләр менән идара итеүгә күнеккән ҡатын шулар иҫәбенә, күҙ ҙә йоммай, үҙенең ирен дә индереп ебәрә һәм бер көтөүгә ҡараған һымаҡ ҡарай. Барыбер әсәһе аҡыллы ҡатын икән. “Ай-һай, улым, бигерәк йомшаҡһың, был ҡатынды тота алырһыңмы икән?” – тип киҫәтеп ҡуйғайны ҡуйыуын. Фаразлауҙары раҫланманы ғына түгел, күпкә насарыраҡ килеп сыҡты.
Ә нимәгә, ҡорт саҡҡандай, күҙ менән ҡаш араһында үҙгәрҙе лә ҡуйҙы икән? Хыянат итеүҙә ғәйепләр ине, сәбәп тә, һылтау ҙа юҡ. Бында нимәлер бар. Рәүҙәт уны белергә һәм асыҡларға тейеш. Ир, әсәһенә шылтыратып, хәлен белешергә булды. Әсәһе трубканы шунда уҡ алды, кәйефле генә, шикелле:
– Алеү! Тыңлайым! – тине шат ҡына.
– Һаумы, әсәй, был – мин, Рәүҙәт! – тине улы.
– Ҡайһылай йәтеш шылтыратаһың, улым! Оҙон ғүмерле була күр инде! Һине генә иҫкә төшөрөп ултыра инек!..
– Кем килде, әсәй?
– Кем килде, тисе... Килен килде, Маһинур килен. “Пышка”нан һурпа һатып алған! Шуны эсеп, хәл кереп, әллә кем булып ултырам, улым! Әлдә һеҙ бар, балаҡайҙарым! Мә, тыңла, улым, килен һине һорай.
Рәүҙәттең йөрәге дарҫлап тибә башланы. Ҡатыны уны һорай? Ҡатыны уның менән һөйләшергә теләй?..
– Алло, Маһинур! – тип саҡ әйтеп өлгөрмәне, ҡатыны:
– Ә һин ни эшләп ҡәйнәмдең бында килгәнен, дауаханала ятҡанын әйтмәнең? Иртән үҙе шылтыратҡас ҡына белдем. Кеше аптыратып, һин дә йөрөйһөң инде! Әллә нимәләр уйлап бөттөм, – тип теҙеп алып китте.
Рәүҙәт нимә тип әйтергә лә белмәй. Әллә яҙыу ҡалдырғанын оноттомо икән? Бәлки шаяртып ҡына яҙғандыр. Улай тиһәң, уйын эш түгел.
– Э... Шулай шул, Маһинур... ҡәҙерлем... һине борсомайыҡ, тип һөйләшкәйнек. Ялың ял булмаҫ, тинек. Үҙем дә һаман аптырап торам. Ҡайтҡас...
Теге башта сая ҡатын һүҙен эләктереп алды:
– Эйе шул, ҡайтҡас та бирермен, тигән бүләгем бар ине, кисә тапшыра алманым да ҡуйҙым бит, үҙең күрҙең хәл генәмде. Һин, егет, мин юҡта тәртипле йөрөнөңмө? Ҡара уны, бер-бер хәбәр килһә, холҡомдо беләһең!
– Юҡ, юҡ! Һиңә кемдер берәй һүҙ әйткәндер ул. Юғиһә, аптыраттың бит...
– Ярай, ҡәҙерлем. Ҡатын-ҡыҙ шулай була ул, бер күтәрә, бер төшөрә. Иғтибар итмә инде. Беләһеңме, аҙаҡ үҙем дә үкендем. Һин ни өсөн икәнлеген үҙең дә һиҙмәй ҡалғанһыңдыр. Бөтәһе лә һәйбәт, ҡәҙерлем. Кискә тиклем!..
Һәр һүҙҙе тыңлап, ҡабул итеп, һеңдереп ултырған ҡарсыҡ ир менән ҡатын араһында нимәлер булғанына яҙа-йоҙа төшөндө:
– Рәүҙәтте әйтәм, һин ҡайтҡансы, матур ғына торғанмы? – тип төпсөнә башланы.
– Рәүҙәтме? Тормай ҡараһын! Мин уны үҙемдән йәш, тип тормам. Миңә килеп эләккәс, ысҡындырыу юҡ инде ул, ҡәйнәм. Эшем дә, урыным да яуаплы бит. Ирҙән иргә йөрөгән ҡатынды кем һанлаһын? Үҙең аңла, ҡәйнәм, түҙергә тура килә.
– Шулай шул, түҙ инде. Хатта улым ҡәнәғәт йөрөй. Һеҙҙә йоҡлағанда төш күрәм: бала илай, имеш, тим. Асыҡҡандыр, йә йүргәген еүешләгәндер инде. Эй, эҙләйем, таба алмайым. Тегеләй ҙә барып ҡарайым, – юҡ, былай ҙа ҡарайым, күренмәй. Уянғайным, әллә өҫтә әллә аҫта булды, бер сабый илай. Әтеү, килен, эшең ҡаты булғас, декретҡа-маҙарға ла сыға алмаҫһыңмы икән? – тип уйлағанын үҙендә ҡалдырмай, һөйләнеп алды ҡарсыҡ.
Был һүҙҙәрҙең бөгөн артыҡ икәнлеген Маһинур һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, үҙе өсөн яуап биреүҙе урынлы тип тапты:
– Беҙҙең эштә, ҡәйнәм, декрет-секрет юҡ инде. Ике-өс йыл буйы ял иткәнеңде берәү ҙә көтмәй, отставкаға ебәрә лә ҡуялар. Шуға үҙеңде ҡорбан итергә тура килә. Йә ғаилә һәм бала, йә вазифа һәм халыҡ мәнфәғәте. Һуңғыһына өҫтөнлөк бирергә тура килә. Бер рәхәттең бер ҡыйыны, тигән һымаҡ, үҙеңде мәхрүм итергә лә мәжбүр булаһың.
– Ярай инде, килен, яҙмағандыр. Рәүҙәт тә үҙенең хәлен белә. Кеше, ни, ана, тәрбиәгә бала ла алып ҡарай. Хәҙер тегендә-бында һатып бирәләр, тип тә ишетелеп ҡала. Мин ҡыҫылмайым, үҙегеҙ ҡарағыҙ, – тип һөйләнде ҡәйнә.
Ҡарсыҡ шыпа “еңеләйә” башлаған, шикелле, тип эстән көйөп уйланды килене. Ашы ашалған термосты йыйып ҡуйҙы. Торған саҡта еңелсә башы әйләнде, бүлмә менән ҡарсыҡ урынынан ҡуҙғалып ҡуйғандай тойолдо, ашҡаҙаны килеп сығырҙай булып, уҡшытып алды. Быныһы нимә тағы? Бая ғына донъя үҙәгендә ҡайнап, кешеләргә уңлы-һуллы бойороҡтар таратып ултырған ҡатын, үҙ кәүҙәһенә хужа була алмай, кире ҡоланы...
Маһинур өйөнә ҡайтты, киске тамаҡҡа ире яратҡан аштарҙы бешерҙе, әллә ҡайһы арала бәлеше лә өлгөрҙө. Рәүҙәт һуң, арып, үҙе әйтмешләй, һуты һығып алынған лимон һымаҡ, ҡайтып ҡоланы. Эше күп. Бына бөгөн, ниһәйәт, эштәренең осо күренгән – түрәләрҙән йылы хәбәр килгән. Проект башҡарыусыларының эшмәкәрлеген дөрөҫ, тип баһалағандар. Рәүҙәт тырышты, бар оҫталығын ҡушып эшләне.
Ҡатыны был юлы бик йылы ҡабул итте. Күҙҙәренә ҡарап ҡына үбеп алды, шунда уҡ өҫтәлгә саҡырҙы. “Әйҙә, осрашыу ҡыуанысынан”, – тип бер шарап, бер виски сығарҙы. Ҡыҙыл шарабы – үҙенә, “ҡатырағы” иренә була инде. Һүҙ араһында ғына, береһе – ялда, икенсеһе эштә булған саҡта нимә күргәндәрен, ниҙәр кисергәндәрен барлап алдылар. Һүҙҙәре күберәк Рәүҙәттең әсәһе хаҡында булды. Ир, йәшереп торманы, ҡатынына барыһын да һөйләп бирҙе. Ошо алда торған көндәр, аҙналар һәм айҙар хәл иткес буласаҡ. Рәүҙәттең уллыҡ бурысы – әсәһенең хәлен мөмкин тиклем еңеләйтеү һәм ошо хәсрәтле мәшәҡәттәрҙе бергә кисереү. Маһинурҙың ялының әле бар аҙна самаһы ваҡыты бар. Ул ҡәйнәһенә мөмкин тиклем ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә әҙер. Ир иртәгәһе эште иҫкә төшөрҙө. Ҡатын, телефонына күҙ һалып, һуңлап ҡына төшкән СМС-хәбәрҙе күреп ҡалды. Иртәгә уны иртәнге һигеҙҙә башлыҡ көтә һәм һуңламауын һорай. Әллә ни иғтибар итмәнеләр. Ғәҙәттә була торған эш. Ләкин ҡатын иртәгә үҙен ниндәй тәҡдим һәм һорау көтөрөн әле күҙ алдына ла килтермәй, хатта уйламай ҙа ине.
Башлыҡ һәр көн саҡырып тормай. Маһинур, иртәнге биштән үк тороп, үҙен тәртипкә килтерә башланы. Душ ҡабул итеп сығыуға, ире лә йөрөп ята. Еңелсә иртәнге аш әҙерләй. Ҡатынын хәкимиәт эргәһендә 8 тула 20 минутта ҡалдырып китте. Хатта хушлашыр алдынан ирененән үбеп алырға ла онотманы:
– Уңыштар һиңә!
– Һиңә лә шулай уҡ, ҡәҙерлем!
Кабинетына үтеп, ҡалдыраһы әйберҙәрен урынына ҡуйҙы ла, аҡрын ғына, башлыҡтың ҡабул итеү бүлмәһенә ыңғайланы. Хужа кеше эшкә бик иртә килһә лә, ҡалғандарҙан быны талап итмәй. Һынап ҡарағаны бар: кабинетта икәнлеген белһәләр, уға күренергә, күҙенә салынырға, ваҡ-төйәк менән мәшәҡәтләргә, һис юғында ошаҡ ташырға теләүселәр һәр ваҡыт табыласаҡ.
Теүәл һигеҙ. Башлыҡтың ишеге асылды һәм үҙе килеп сыҡты.
– Һаумыһығыҙ! Рәхим итегеҙ, Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы!
Йә, инде, үҙе сығып алды. Тимәк, мөһим, хатта хәл иткес мәсьәлә көтә. Нимә булыр икән? Тулҡынланды Маһинур. Хатта яңы туфлиҙар кейгәйне, яҙа баҫып, аяғы келәм ситенә эләкте, ҡолай яҙҙы. Ярай, эргәһенән атлап барған башлыҡ сос, тотоп ҡалаһы итте. Кисәге хәл тағы хабатланды: еңелсә башы әйләнеп китте лә, бейек, иркен, киң бүлмә икеме, өсмө тапҡыр әйләнде, Маһинурҙы еңелсә уҡшытып ҡуйҙы. Ҡуйсы, күпме кешене үҙенең ауыҙына ҡаратып тота, ана, эргәһенән ҡаланың дәһшәтле башлығы өлтөрәп килә. Ә ул, күңеле болғанып, уҡшый яҙып торһон әле!
Бәй, башлыҡ, ипле генә ҡултыҡлап, төпкө бүлмәһенә алып кереп китте түгелме һуң? Яҙылмаған ҡанундарҙы белә Маһинур. Төпкө бүлмә ул – ашап-эсеү, йонсоғанда ял итеү, кәрәккәндә күңел асыу урыны ғына түгел. Ял зонаһына ҡатын-ҡыҙҙың килеп инеүе ҙурыраҡ мәғәнәгә эйә. Маһинур әлегә эш тураһында уйлай. Хужа кеше бында саҡырғас, үҙенең миһарбынлығын, айырым сифтҡа эйә булған иғтибарын һәм хөрмәтен билдәләй.
Иң тәүҙә ваҡ-төйәк хаҡында һөйләштелдәр. Нисек ял иткән, нимәләр күргән. Быныһы – ҡәҙимге күренеш. Ике аҙнанан артыҡ Төркиәлә ял итеп ҡайтҡан кеше нимә хаҡында һөйләргә тейеш һуң?
Аҙаҡ башлыҡ уралтып торманы:
– Ял иттегеҙ, көс тупланығыҙ, тимәк, ҙур эштәргә әҙерһегеҙ, Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы. Һеҙҙең бүлектәге эшегеҙ менән бик ҡәнәғәт инек. Һеҙҙең тәжрибә, талапсанлыҡ, ойоштороу оҫталығы беҙгә ҙурыраҡ ышаныс белдерергә мөмкинлек бирә. Юғарыла әлегә фатиха бирҙеләр, хәҙер үҙегеҙҙән тора. Һеҙгә башлыҡтың урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итергә булдыҡ. Һеҙҙең ҡулығыҙҙан килеренә, ҙур, яуаплы эште еренә еткереп башҡарыуығыҙға мин шикләнмәйем. Әле һеҙҙең ялығыҙҙың өсмө, дүртме көнө бар, һил ваҡыт, ял итеп бөтә алаһығыҙ. Дүшәмбенән яңы кабинетта эш башлайһығыҙ. Иртәнге оперативкала мин һеҙҙе тәҡдим итәсәкмен.
Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы телһеҙ ҡалды, тип әйтеү генә аҙ булыр һымаҡ. Ул бөтөнләй шаңғыны. Һис көтмәгәйне, хатта юғалып ҡалды, нимә әйтергә лә белмәне. Был бит бик ҙур, яуаплы эш. Нисәмә кеше менән эшләргә, күпме проблемалар хәл итергә тура киләсәк.
– Ышынасығыҙ өсөн рәхмәт! – тине ҡатын. – Һис көтмәгәйнем. Һеҙ ял итергә биргән 3-4 көндө иркенләп уйларға мөмкинлек, тип аңлайым. Һаман да иҫемә килә алмайым. Шунда уҡ әйтәм: мин һеҙҙән күп нимәгә өйрәндем. Теүәллек, яуаплылыҡ – беҙҙең эштә төп талаптарҙың береһе. Артабан да шулай эшләргә насип итһен, тигән теләгем бар.
Хакимиәттән сығыуына, Маһинурҙы машина көтөп тора ине. Шофер, ҡатын кереп ултырғас, боролмай ғына:
– Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы, һеҙҙе ҡайҙа алып барырға? – тине. “Тойота” ға көс-хәл менән килеп еткән, ауырлыҡ менән инеп ултырған ҡатынды үҙе ғүмер буйы хыялланған, ләкин күҙ алдына ла килтерергә ҡурҡҡан тойғо әсир итте. Был тойғо алдында барлыҡ дәрәжәләр, береһенән-береһе бейегерәк вазифалар тоноҡланып ҡала, хатта юҡҡа сыға.
Руль артында ултырған водитель яуап көтөп боршаңланы, хатта аҙ ғына газға баҫып алды. Маһинур, өйгә, тип әйтергә лә йыйынғайны, ләкин һуңғы секундта: “Дауахана ҡаласығына”, – тип әйтеп өлгөрҙө. Әлбиттә, уның дауахана ишектәрен асып, көтмәгәндә килеп инеүе күптәрҙе шаҡ ҡатырасаҡ. Ниңә, ҡаланың мул ғына бюджетын бүлеүселәрҙең береһе – финанс идаралығы начальнигы көн дә дауахана буйлап йөрөмәй. Ярай, кисә ҡәйнәһенең хәлен белергә килде. Ә бөгөн нимә ҡалмаған? Әллә башҡа эше юҡ, тиһегеҙме? Маһинур һиҙә, ул хәҙер ике ут араһында, һәр аҙымы күҙәтелә һәм төрлө һығымта яһала. Ләкин ҡатынды кешеләрҙең уның хаҡында нимә уйлауы түгел, һаулығы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Ни өсөн ҡыҙыҡһындыра? Ишетмәнегеҙме ни, уға ҙур һәм яуаплы вазифа тәҡдим иттеләр. Ә был яуаплы урында эшләгән кеше ат һымаҡ көслө, бүре һымаҡ талымһыҙ, имәндәй ныҡ булырға тейеш. Ләкин ниндәй генә сифаттарға эйә булма, ябай ҡатын-ҡыҙҙан һинең бер айырмаң да юҡ. Һинең һымаҡ талымһыҙҙар, көслөләр һәм ныҡтар ана, көтөүе менән йөрөй. Уларҙың да һәр береһенә дауахана кәрәк. Уларҙың да йылына, исмаһам, бер тапҡыр үҙ ҡулдары менән гүзәл заттар өсөн генә тәғәйенләнгән кабинет ишектәрен асып инергә хоҡуҡтары бар.
Ярты битен, тип әйтерлек, күҙлек менән ҡаплаған ҡатын иң тәүҙә баш табиптың урынбаҫары бүлмәһенә инде һәм бер аҙҙан уның оҙатыуында мөйөштәрәк урынлашҡан кабинетҡа ыңғайланы.
Маһинурҙың был кабинетта булғаны бар. Таныһалар ҙа, ҡаушабыраҡ ҡаршы алдылар. Бер нисә минуттан бында баш табип урынбаҫары һәм табип үҙе генә тороп ҡалды. Әйтергә кәрәк, юғары кимәлдәге вазифалы ҡатын-ҡыҙ, үҙен танып ҡалыуҙарын күҙ уңында тотоп, ғәҙәттә, визитына йәшертен төҫ бирергә тырыша. Маһинурҙың маҡсатына ҡәтғи шул маҡсат та ҡоролғайны: үҙ ғүмерендә шундай вазифа тәҡдим итәләр, ә бында иһә, шундай “ҡыҙыҡлы хәлгә” тарыуың ихтимал. Ләкин хәҙерге заманда хатта дауахананың дауаханаһында, үтәнән-үтә күренеп торған ерҙә, сер һаҡлау – мөмкин булмаған талаптарҙың береһе. Сөнки шәфҡәт туташының бөгөн генә ялға сыҡҡан әхирәте янына килеү менән, ни эшләп йөрөйһөң, тигән һорауына, чиновниктың килеүе хаҡында әйтеүе менән, тегеһе хәтирәләргә бирелеп китте:
– Маһинурҙың ире Рәүҙәттең тәүге ғаиләһе менән бер ятаҡта йәшәгәндәр икән. Күпме генә дауаланмаһындар, ғаиләнең уртаҡ емеше булмаған. Аҙаҡ ирен, сирләй, тип тапҡандар, – тигән хәбәрен һөйләп тә өлгөрҙө.
–Ярай, чиновниктың да йәне бар. Килһә, ни булған. Шуның менән, һүҙ өҙөлдө.
Ә кабинетта табип тәүге һөҙөмтәне иғлан итеү менән шаңғырға мәжбүр булған Маһинур Йәүҙәт ҡыҙын тынысландырырға тырышалар ине. Юҡ, юҡ, ул йығылманы, йөрәге лә тотманы – йөҙө таштай булып ҡатты һәм ултыра төштө лә ҡуйҙы. Маһинурҙың күҙе алдынан ире Рәүҙәт, ҡәйнәһе Сәлихә ҡарсыҡтың төшөн һөйләүе, ап-аҡ ҡомло диңгеҙ буйы, киске һунарға сыҡҡан атлант кәүҙәле ирҙәр һыны сағылып ҡалды. Күп тә түгел, икәү генә булдылар бит. Ә бына исемдәрен онотҡан. Әллә ҡыҙыҡһынманымы икән? Белә Маһинур иренең хәлен, яҡшы белә. Тиҫтәләрсә йылдар буйы бала табыу өсөн көрәшеп, бәхеткә ирешә алмаған, ләкин аҙаҡ, һис көтмәгәндә, Аллаһ ҡөҙрәте менән генә ауырға ҡалып, балалар үҫтергән ғаиләләр ҙә бар. Ярай, мөғжизә менән Рәүҙәттең атай, үҙенең әсә булыу мөмкинлеге лә бар, ти. Ләкин, нисек кенә үҙеңде ышандырырға, алдарға тырышма, күләгә булып, улар өҫтөндә мускулдары уйнап торған егеттәр ҡалҡа ла сыға.
Маһинур хәҙер тәжрибәһеҙ егете менән йоҡлаған һайын, ауырға ҡалыуҙан ҡурҡҡан ҡыҙ бала ла, кейәүгә сыҡҡас, үҙ сабыйын ҡыҫып, ҡосаҡларға хыялланған кәләш тә түгел – әсә булыуҙан тамам төңөлгән, иренең ысын хәлен дә яҡшы белгән, күпте кисергән ҡатын. Йәше үтеп бара, тип тә әйтеп булмай. Хәҙер медицинаның мөмкинлектәре киң...
Ә эргәһендә нимә эшләргә белмәй өлтөрәп торған ике табип та, ҡуй инде, әйтерһең, улар ғәйепле, вазифа биләгән ҡатынды йыуатырлыҡ та, тынысландырырлыҡ та һүҙҙәр таба алманылар. Маһинурҙың күңелендә бынан аҙна самаһы элек өйөнә кергәс, шифоньерҙы асҡас, аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡартайып бөткән ҡәйнәһенең туҙған, тип әйтерлек, халатын күргәс тыуған мәкерле тәьҫораттар урғылып-урғылып алды. Ни өсөн уға тап бөгөн, инде нисә йылдар хыялланған юғары урындың яҡтыһы һәм йылыһы килеп еткәс кенә, шундай итеп аяҡ салалар? Эй, Хоҙайым, күпме кешегә ярҙам иттем, рәхмәттәр уҡып китә торғайнылар, байрамдарҙа иң күп ҡотлауҙарҙы алған кеше лә мин булдым, ни гонаһтарым өсөн, ҡылған изге ғәмәлдәрем береһе лә иҫәпләнмәй, мине язаға дусар итәһең?..
Ҡасанан бирле балаға уҙыу һинең өсөн язаға әйләнде һуң әле? Хаталанды, тип уйлар инең, оҙаҡ йылдар эшләгән, ҙур тәжрибә туплаған табип ҡараны бит үҙеңде. Юҡ, былай ярамай, ауырға ҡалған һәм эҙһеҙ һеңер тип өмөтләнгән мәктәп уҡыусыһы һымаҡ фекер йөрөтөүеңде һиҙеп ҡалмаһындар тағы...
– Ысынлапмы, доктор? – тине ул битенә йылмайыу ишараты сығарып. – Мин был хаҡта ғүмер буйы хыялландым бит! Бишәр-алтышар, күберәк бала табып, өсәр йыл декрет ялында ултырып, пенсияға сығап киткәндәргә ысын мәғәнәһендә көнләшеп ҡарай торғайным. Ниһәйәт, был көн минең үҙемә лә килде буламы инде?
– Беҙ һеҙҙе ҡотлайбыҙ, Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы! Һеҙҙең өсөн шатбыҙ! – тине баш табип урынбаҫары.
– Хәлегеҙ һәйбәт күренә. Беренсе тапҡыр булыуын иҫәпкә алһаҡ, барыһы ла яҡшы булыр, тип уйлайбыҙ, – тип эләктереп алды табибы, – бында килер алдынан шылтыратып ҡуйһағыҙ, был тирәлә тыныс булыр һәм кеше-маҙар йөрөмәҫ.
Уларҙың тынысланыуы Маһинурға саҡ ҡына ла күсмәне. Тормошҡа ысынбарлығында ҡарап өйрәнгән реалист ҡатын үҙенең тормошондағы ҡырҡа боролошто, ике табипҡа ҡарағанда, яҡшыраҡ аңлай. Шулай булмай, уларҙың бар белгәне – кеше дауалау. Ә Маһинур дауалаусыларҙы ла, дауаланыусыларын да берҙәй ҡарарға, финанс мәсьәләһен хәл итеп торорға тейеш.
Сығып китер алдынан Маһинур етди генә итеп:
– Минең визитым хаҡында һәм хәлем тураһында мәғлүмәт сығармау һеҙҙең мәнфәғәттә, – тине икеһенең дә күҙҙәренә ныҡ итеп ҡарап.
Донъя хәлдәре, белеп буламы, бөгөн – бер төрлө, иртәгә 180 градусҡа үҙгәрә лә ҡуя. Дүшәмбенән ул яңы вазифала эш башлай, артабан күҙ күрер. Ярай, ундай ғына ваҡ-төйәкте хәл итер ләкин мәсьәләнең хәл ителешендә башҡа кешеләрҙең ҡыҫылышы ла бар бит әле. Мәҫәлән, ире менән был хаҡта нисек аңлашырға? Белә Маһинур – иренең хәлен дә, кәре юҡлығы ла мәғлүм. Бәлки ҡалала был хаҡта белгән кешеләр ҙә барҙыр. Ләкин бөгөн улар түгел, ире борсой Маһинурҙы. Уға нисек аңлатырға, ниндәй һүҙҙәр табырға һәм тынысландырырға? Ә бына быныһы еңел булмаясаҡ.
Ә бер тапҡыр үҙе менән һөйләшеп ҡарағайны. Әллә тәрбиәгә берәр бала алайыҡмы, тип тәҡдим иткәйне. Ҡәйнәһе лә, һиҙгән һымаҡ, шул хаҡта һөйләнгәйне. Бала кәрәк, быны берәү ҙә инҡар итмәй. Ләкин әлеге осраҡ бар хыялдарҙы һәм теләктәрҙе юҡҡа сығарып ташлауы ихтимал. Шулай шул, балкондан балаларҙың уйнағанын ҡарап ултырғайнылар. Маһинур иренә, бала алайыҡ, тип әйткәйне. Ут һымаҡ, гөлт итеп ҡалды, тоҡанды ла китте. “Булһа – бар, булмаһа – юҡ!” – тине ул. Кеше һүҙенә ҡалырға теләмәгән Маһинур үҙе лә ризалашырға мәжбүр булды.
Ә ниңә баш вата һуң әле ул? Был бала Маһинурға кәрәкме? Өфө тирәһенә барып, берәү түләүле клиникала таҙартһын да ҡайтһын. Һиҙмәй ҙә ҡаласаҡтар. Ә ниңә был хаҡта шунда уҡ уйламаны икән?..
Маһинур ханым кисте нисек көтөп алғанын да хәтерләмәй. Үҙенең ниндәй ҡатмарлы хәлгә тарыуын ул яҡшы аңлай. Беренсе һәм яҙмышты хәл итер мөмкинлек. Ҡатындың башынан ниндәй генә уйҙар үтмәне. Иренән бигерәк, киң йәмәғәтселек уның хәле хаҡында нимәләр һөйләр икән? Әлбиттә, сит илдә ял итеүе, яңғыҙ ғына булыуы һәм сентерекле хәлгә ҡапылда ғына тарыуы тиҙ арала мәғлүм буласаҡ. Береһенән береһе ҡыҙыҡлыраҡ хәбәрҙәр тараласаҡ. Барыһы ла уға бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. Бер нисә көндән урынбаҫар вазифаһын биләргә торған, ғаиләһендә бер мәшәҡәте лә булмаған, хатта бала табыу, сабый үҫтереү хаҡында хыялланмаған, ниңә быны йәшереп торорға, хатта тыумаған сабыйҙы ҡабул итеүгә әҙер ҙә булмаған ҡатынға ул кәрәкме?
Ҡулына календарь алып, көндәрҙе һанаған кешеләр һәм уны фаш итергә теләүселәр тантана итәсәк. Ә Маһинур уларҙан ниңә ҡурҡып торорға тейеш әле? Ул – ир ҡатыны, уның никахлы хәләле бар. Ә сабыйҙың был донъяға килеүен берәү ҙә инҡар итә алмай. Ҡатын, үҙе лә һиҙмәҫтән, интернеттан яралғы һәм уның тәүге көндәре хаҡында мәғлүмәттәр уҡый башланы. Ҡара, нимә тип яҙғандар? Кеше яралғыһының 20 көндән һуң йөрәге тибә башлай һәм хәҙерге УЗИ ярҙамында быны күҙәтеп ултырырға мөмкин. Ә инде уны төшөрттөрөргә самалаһалар, яралғы йәшәргә тырыша, борсола, йөрәк тибеше йышая, ҡаршылаша һәм ҡасып йөрөй икән. Маһинур үҙен ошо йән эйәһе урынына ҡуйып ҡараны һәм үҙен әсә булыу бәхетенән ҡасырға йыйынған яралғы һымаҡ итеп тойҙо.
Йә инде, әле бер нисә көн генә элек әсә булыу хаҡында ике ятып, бер төшөнә инмәгән, бына-бына юғары вазифа биләйем, тип йөрөгән ҡатын ошондай һынауҙарға дусар булһынсы!
Шул ваҡыт ҡатын үҙенең хәлен бик белеп бөтмәгән ҡәйнәһен иҫкә төшөрҙө. Был хаҡта Сәлихә ҡарсыҡ ишетһә, нимә тип әйтер икән? Уларҙың фатирында йоҡлағанда ҡарсыҡ күргән төштәге сабый бәлки Аллаһ әшкәртеүелер. Ә уның төндә илап уяныуы Маһинурҙың кисерештәре, икеләнеүҙәре түгелме икән?
Ә әлегә ире өндәшмәй. Теге көндәрҙә ҡатынының ни өсөн туҙынып китеүен, иртән иртүк сумаҙанын тотоп юғалыуын онотмаһа ла, икәү-ара мөнәсәбәттәре көйләнгәс, тынысланғандай итте, үҙенә йомолдо. Ире аҫтыртын түгел, ләкин быныһы бигерәк борсой Маһинурҙы.
Көсөргәнешле итеп уйлаған, нимә эшләргә лә белмәгән, яңы вазифа тәҡдим итеүҙән генә түгел, әсә булырға йыйыныуҙан бигерәк албырғап ҡалған ҡатын ҡапыл уңайһыҙланды. Берәйһе күрмәнеме, ире ишетмәнеме икән, тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡаранды. Һиңә үҙ ғүмереңдә беренсе тапҡыр шундай бәхет килде. Һиңә юғары вазифа, өҫтәлмә аҡса тағы нимәгә кәрәк, тип күңелендә бер Маһинур икенсе Маһинурҙы шелтәләй һәм баланан ҡотолорға теләүҙә ғәйепләй. Ә икенсе Маһинур иһә, әллә бер һин генә әсә булырға йыйынаһыңмы? Ер шарында, ана, йыл һайын бер нисә йөҙ миллион сабый тыуа һәм ата-әсәһен ҡыуандыра. Ә һин, һылтау табып, унан ҡотолорға итәһең түгелме һуң? Ә уның атаһы бар бит әле, ул нимә тип әйтер? Бына ул бер нимә белмәй, хатта уйламай ҙа йөрөп ята. Шат йылмайып, кухняһы тирәһендә нимәлер бешерә. Аш-һыу тирәһендә булышырға ярата шул. Ҡайһы ваҡыт үҙенең оҫталығы менән ҡатынын таң ҡалдыра. Хәҙерге заманда бешеренеү оҫталығы ғына етмәй шул.
Маһинур оҙаҡҡа һуҙманы. Хәйер, йәшереп ҡалдырыу хаҡында ул уйламаны ла. Был – яҙмыш, дөрөҫөрәге, яҡты яҙмыш. Был хәлде ул ире менән генә күтәрә ала.
Маһинур ниндәйҙер битараф, хатта әһәмиәте булмаған бер ваҡиға һымаҡ, иренә ябай ғына итеп аңлатып бирҙе. Ә тегеһе нимә эшләне инде? Шунда уҡ эргәһенә килеп, ҡосаҡлап алды ла:
– Был – Аллаһ бүләге. Мин Хоҙайҙың барлығына юҡҡа ышанмағанмын икән, – тине.
Хатта тауышы ҡалтыранды, үҙе генә белгән бер сүрәне уҡыны.
– Һин ысынлап шатланаһыңмы? – тине ҡатыны уға.
– Мин был хәлдең ҡасан да булһа тормошҡа ашыуына ышана инем, – тине Рәүҙәт һәм баҫым яһап, – һин ял иткәндә, эйе, һин ял иткән саҡта әсәйем бик ҡыҙыҡлы төш һөйләгәйне. Ул ошонда, эйе, бына ошонда ултырҙы. Нимә тип һөйләне әле ул? Эйе, йөҙө асылып, күҙҙәре нурланып: “Бүлмәгеҙҙә сабый илағанын ишеттем. Килен, арыған булғандыр инде, бер нимә белмәйенсә йоҡлай, ә эргәһендә бәпесе илап ята. Шунан һуң сығып алдым да, йүргәген алыштырғайным, сабый тынды ла ҡуйҙы”, – тип ҡыуанғайны әсәйем, күҙҙәренән йәш ағып ултырҙы.
Һөйләгәс, ниңә барыһын да һөйләп бөтмәҫкә? Маһинур Йәүҙәт ҡыҙы тәфсирләп, нисек итеп башлыҡтың уны ҡаршы алыуы, төпкө бүлмәһенә индереп ултыртыуы, сәй эсереүе, ә унан саҡ ҡына алда йомшаҡ келәмгә ҡолай яҙыуы хаҡында, бер мажараға дусар булған һымағыраҡ итеп, көлә-көлә һөйләп бирҙе. Ире был яңылыҡты ла еңел күтәрҙе:
– Һинең ҡулыңдан килә. Мин һинең мөмкинлектәреңә ышанам. Эшләрһең. Сабыйын да ҡарарһың. Ана, хәҙер ирҙәр ҙә ултыра икән. Бик булмаһа, үҙем ял алырмын, – тип ҡыуандырҙы...
Шулай уйланы Маһинур, шулайыраҡ күҙ алдына килтерҙе. Сәй ҡайнатҡайны, ултырып эсте. Тәҙрәгә ҡараны. Парковкаға күҙ һалғайны, иренең “Тойота”һы ултырған урын буш әле. Бөгөн, исмаһам, иртәрәк ҡайта алыр ине, тип эстән генә һөйләнеп ҡуйҙы Маһинур. Хәйер, иртә ҡайтты ни ҙә, һуңланы ни. Ярай, әлегә белмәһен уны нимә көткәнен. Шунда Маһинур беренсе тапҡыр иренә үҙенең хәлен иғлан итеүҙән ҡурҡҡанын һиҙҙе. Ә ниңә ҡурҡырға, бәлки уңайһыҙланырға йә тартынырғалыр? Яңынан үрелеп ҡараны. Ана, машинаһы менән килеп туҡтаны. Оҙаҡламай, өйгә лә ҡайтып инәсәк. Күп тә үтмәне, ишек асылған тауыш ишетелде. Үҙеңде ҡулға ал, Маһинур, һәм әҙер бул. Шуны онотма, һин яңғыҙ түгел. Әлеге осраҡта сабыйҙан ҡотолоу – иң еңел юл. Ләкин уның яҙмышын һин бер үҙең генә лә хәл итә алмайһың. Ишектә ире күренде. Бәй, сәскәләр алған бит әле. Янып торған, ҡан төҫөндәге раузалар...
Ҡып-ҡыҙыл раузалар... Ҡатынының ҡан төҫөндәге раузаларҙы яратмағанын белһә лә. Күрҙе Маһинур, ләкин өндәшмәне. Һәр һүҙен йөпләп, ауыҙына ғына ҡарап торған ире бының менән нимә әйтергә теләне һуң? Әллә был теге ял итеүҙән ҡайтҡандан һуң халат һәм шпилька арҡаһында барлыҡҡа килгән низағтың дауамымы?
Өҫтәлгә йәнәш ултырҙылар.
– Һиҙеп торам, миңә әйтер ҡыуанысың бар, шикелле, ҡәҙерлем, – тине Рәүҙәт ҡатынына ентекләп ҡарап. – Күптән ваҡыт. Беҙ ҡасанан бирле үҙ-ара аңлашҡаныбыҙ юҡ. Йә, ҡәҙерлем, тыңлайым.
Иренең һүҙҙәре Маһинурҙы тамам албырғатты. Ул нимә әйтергә белмәй баҙап ҡалды. Был барыһын да белә түгелме һуң? Тик нимә хаҡында белә? Яңы вазифа хаҡында әйткәндәрме, йә ауырға ҡалыуы тураһында мәғлүмәт таралып өлгөргәнме? Кемдән килеп етеүе ихтимал? Эйе, ул бер нисә сәғәт элек дауаханала булды, үҙенең хәлен асыҡланы ләкин ҡәйнәһе янына ла инеп торманы. Тышҡа сығарманы Маһинур. Әйҙә, ире үҙ яйы менән сиселһен. Кәрәк тип тапһа, ҡатыны ла үҙ һүҙен әйтер. Шуға күрә ире башлаған уйында ҡатнашыуына ризалыҡ билдәһе итеп:
– Ә һин ҡайҙан ишетеп өлгөрҙөң? – тип өндәште.
– Ундай хәбәр тиҙ йөрөй, – тине ире киҫкен генә итеп. – Хәҙерге заманда бындай хәлде йәшереп ҡалдырыу мөмкин түгел.
– Ярай, – тип көлдө Маһинур, тик бик көсөргәнешле килеп сыҡты, – ә һин үҙең нисек уйлайһың?
– Нисек уйлайым? Һине әллә хәҙер минең фекерем ҡыҙыҡһындырамы? – тип аптыранды ир. – Ғәжәп хәл. Һин бөгөн беренсе тапҡыр минең ҡарашымды асыҡларға теләйһең. Әгәр һинең хәҙерге хәлеңде, йәғни киләсәгеңде иҫәпкә алһаҡ, был бик ҙур алға китеш. Дөрөҫөн әйтәм, мин һинән быны көтмәгәйнем. Ә һин беләһеңме, мин бөгөн ни өсөн ҡыҙыл раузалар алдым?
– Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең ҡыҙыулығын һаҡларға теләйһеңдер, – тине ҡатыны, үрелеп кенә сәскәләрҙе еҫкәне. – Аһ! Ошо раузаларҙың еҫен яратам! Ә мин һине аптыратырға теләгәйнем. Һин барыһын да беләһең килеп сыҡты. Һинең фекерең мине, шулай ҙа, ҡыҙыҡһындыра.
– Ҡатынымдың, күтәрелгән һайын, минең менән йышыраҡ кәңәшләшеүен күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Әйткәндәй, бөгөн беҙ эште тамамланыҡ. Ҡыуанысымдан, ҡайтҡанда сәскә магазинына инһәм, аҡ раузалар юҡ, ҡыҙылдары ғына һатыла. Тимәк, был – яҙмыш, тинем дә, алдым. Һиҙәһеңме, беренсе тапҡыр һинең ихтыярыңа ҡаршы килдем. Көнө ниндәй бит әле! Беҙҙең генераль директор барыбыҙға ла рәхмәт әйтте, минең эргәлә оҙағыраҡ торҙо...
– Шунан, шунан нимә тине? – тине Маһинур түҙемһеҙләнеп.
– Нимә тиһен? Аңлауымса, башлыҡ үҙендә эшләүсе хеҙмәткәрҙең, һинең була инде, иренең нисек эшләүе менән ҡыҙыҡһынған.
Маһинур ошо урында тағы көлөп ебәрҙе:
– Шулай булырын мин һиҙгәйнем дә, – тине ул, – бының юҡҡа түгел икәнлегенә төшөнгәнһеңдер? Бөгөн иртән башлыҡ шуға саҡырғайны. Мине яңы вазифаға – уның урынбаҫары итеп – тәғәйенләргә теләүе хаҡында һүҙ булды. Йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, һинең әхлаҡи йөҙөңдөң ыңғай булыуы шарт. Урынбаҫарҙың эше ҡатмарлы һәм яуаплы, уның арҡаһы, йәғни ире, ныҡ булырға тейеш. Үҙемдән дә һорашты, мин һине маҡтаным, – тине ҡатын.
– Улай булғас, мин бөгөн көнө буйы маҡталып йөрөгәнмен икән, – тине Рәүҙәт. – Һирәк була торған хәл. Шулай ҙа минең фекерем хәл иткес булғандыр, тип уйламайым. Уйлап ҡуйҙым, хәҙер эштән тыш аш бүлмәһендә алъяпҡысымды бәйләп, оҙағыраҡ һәм йышыраҡ мәшәҡәтләнергә тура килмәгәйе.
– Тимәк, һин минең ризалығыма ыңғай ҡарайһың? – тине Маһинур.
– Һин, ысынлап та, минең фекергә ҡолаҡ һалырмын, тип ышанаһыңмы? Сөнки быға тиклем мин үҙемде ябай инженер, һинең бер, ябай ғына итеп әйткәндә, бушлай ҡушымтаң сифатында күреп өйрәнгәс, башҡа юғары урынға дәғүә лә итмәйем. Һинән дә ниндәйҙер тигеҙ мөнәсәбәт көтмәйем һәм ваҡиғаларҙың ағышын битараф күҙәтеүгә өҫтөнлөк бирәм.
Һуңғы һүҙҙәрҙе ир асыулы һымаҡ итеп әйтте. Хатта осҡондар сәсрәп ҡалған һымаҡ булды.
Маһинур өндәшмәне. Тимәк, ире икенсе яңылыҡ хаҡында белмәй. Әллә, белгән осраҡта ла, һүҙ уйнатып, йәшереп маташамы икән? Юҡ,быны бер нисек тә йәшереп булмай. Бөгөн белмәһә, иртәгә ишетеүе ихтимал. Ә ниңә оҙаҡҡа һуҙырға?
– Ә минең тағы бер яңылығым бар, – тине Маһинур иренең күҙҙәренә туп-тура ҡарап. – Һин ул хаҡта белергә теләйһеңме?
– Башыңа төшһә, ҡайҙа бараһың?
Аш бүлмәһендә көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. Рәүҙәт стенала эленеп торған календарға күҙ һалды һәм ҡарашын ҡатынына күсерҙе:
– Йә, дауам ит, мин был хаҡта белергә тейешмен, – тине ул һалҡын ғына.
– Әйтһәм, әйтәйем. Минең урынбаҫарлығымдың тормошҡа ашмауы бик ихтимал, – тине Маһинур мөмкин тиклем тынысыраҡ булырға тырышып. – Сөнки быға икебеҙҙең дә туранан-тура мөнәсәбәте бар.
Аш бүлмәһендәге һауа ҡыҙыуланып китте, Рәүҙәт кондиционерҙы тоташтырҙы һәм:
– Календарға ентекләп ҡара. Иҫәплә. Аҙналарҙы түгел, көндәрҙе барла. Шулай булғас, минең мөнәсәбәтем бармы юҡмы? – тине, әллә һуҡты әллә этеп ебәрҙе.
Маһинур шунда уҡ һикереп торорға уйлағайны, ире:
– Ултыр! – тип ҡаты итеп өндәште.
Ҡатынға, ултырыуҙан башҡа, сара ҡалманы. Әгәр иренең этеп ебәреүен, әллә һуғыуын иҫәпкә алып булһа, бөгөн уға беренсе тапҡыр ҡул күтәрергә баҙнат иттеләр. Был осраҡта Маһинур нимә эшләргә тейеш? Хәйер, ире ҡатынының балаһына үҙенең ҡарашын белдерҙе түгелме һуң?
– Минән нимә талап ителә? – тине ире. – Мин һиңә нисек ярҙам итә алам?
– Мин һиңә бөтәһен дә һөйләп бирҙем, шикелле, – тине ҡатыншым ғына. – Минең хәҙерге хәлемде һинән дә яҡшыраҡ аңлаған кеше юҡ. Әгәр минең эргәмдә ҡалып, мин күтәргән ауырлыҡтарҙы кисереүҙә ярҙам итһәң, һиңә рәхмәтле булыр инем.
– Шул ғынамы? – тине Рәүҙәт.
– Эйе, шул ғына. Артығын һорай ҙа, талап та итә алмайым.
Ир уйға ҡалды. Шунда уҡ бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Тимәк, бик теләгән осраҡта ла, был баланың атаһы ул түгел. Рәүҙәттең ишеткеләгәне бар, тормошта ундай ғына хәлдәр булғылай. Атай булыу бит әле ул бер төн түшәк бүлешеүҙән барлыҡҡа килгән бала ғына түгел. Баланы ҡарарға, үҫтерергә, кеше итергә кәрәк. Үҙенең хәлен дә яҡшы аңлай. Табип заманында уға ҡарата һаулығы буйынса хөкөм сығарғанда туранан тура: “Кейенмәгәнһегеҙ, һалҡынға эләккәнһегеҙ”, – тип кенә әйтте.
– Мин һиңә бер дәғүә лә белдерә алмайым, Рәүҙәт. Әгәр риза булһаң, бергә йәшәйбеҙ, әгәр ҡаршы икәнһең, мин һине тота алмайым. Хатта икенсе бер ҡатын менән бәйләнешкә инһәң дә, бер һүҙ ҙә әйтә алмаясаҡмын.
– Борсолма, мин үс алдым инде.
Маһинур ауыр итеп тын алды:
– Ҡасан? Мин ялда саҡтамы?
– Юҡ, элегерәк. Беләһеңме, кемдән үс алдым?
– Белмәйем.
– Мин үҙемдән үс алдым. Беләһеңме, ҡәҙерлем, мин был һөйләшеүҙе көтә инем. Хатта үҙемде был һөйләшеүгә әҙерләргә тырыштым. Хәтерләйһеңме, мин балалар йортонан бала алып тәрбиәләүгә ҡаршы төшкәйнем. Бына хәҙер беҙҙең үҙебеҙҙең балабыҙ буласаҡ.
Башын эйеп, аҫҡа ҡарап ултырған Маһинур күтәрелеп иренә ҡараны:
– Һин ысынлап әйтәһеңме?
– Ә мин һинең менән ҡасан уйнап һөйләшкәнем булды? – тине Рәүҙәт. Беҙгә лә тулы ғаилә булып, бала үҫтереп йәшәй башларға ваҡыт. Әсәйем ишетһә, ҡыуаныр инде.
– Беләһеңме, ни эшләйбеҙ, Рәүҙәт, – тине ҡатыны. – Әйҙә, ҡәйнәм яннына барып киләбеҙ! Иң тәүҙә уны ҡыуандырайыҡ!
– Шулай шул, әйҙә күстәнәстәреңде йый, хәҙер такси саҡырам. Урынбаҫарлығыңды ла әйтәйекме?
Маһинур аптырап иренә ҡараны:
– Хәҙер бала үҫтергәндә ниндәй урынбаҫарлыҡ тураһында һүҙ булыуы мөмкин?
– Ә һин баш тартырға итәһеңме әллә?
– Белмәйем. Һәр хәлдә, минең өсөн вазифа түгел, баламдың һаулығы ҡәҙерлерәк.
– Үҙең ҡара, дүшәмбегә тиклем ваҡыт бар бит әле.
– Ул арала булмай, такси ҙа килеп етте.
Такси тиҙ килде. Улар дауаханаға ингәндә бер ҡаршылыҡ та булманы. Ишек төбөндә ултырған егет хатта палатаға тиклем оҙатып ҡуйҙы. Инһәләр, аптырап киттеләр: Сәлихә әбей, ҡиблаға ҡарап ултырып, намаҙ уҡый ине. Улы менән килененә иғтибар ҙа итмәне. Рәүҙәт менән Маһинурға байтаҡ көтөп ултырырға тура килде.
– Намаҙ ваҡытына тура килдегеҙ, – тине Сәлихә инәй, уҡып бөткәс. – Изге хәбәрҙәр менән килһәгеҙ, ярар ине. Һиҙеп торам, кәйефтәрегеҙ һәйбәт, хатта шатлығығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан. Минең юрағандарым тормошҡа ашһа ярар ине.
– Әсәй, һинең эргәгә күңелһеҙ хәбәр менән килергә буламы инде! – тип арҡаһынан һөйҙө улы. – Һин бит беҙгә һәр ваҡыт яҡшылыҡ теләнең. Миңә 5-6 йәштәр булғандыр, хәтерләйһеңме, әсәй, ошонда, ҡала күрһәтәм, тип алып килгәйнең. Мин – ялан аяҡ, ҡаланың таш урамдарынан, ҡап-ҡара, ярылып бөткән аяҡтарымды сәпелдәтеп, атлап барам бит. Миндә һис уңайһыҙланыу тойғоһо юҡ, үткән-һүткән кешеләргә ҡарайым. Барыһы ла ботинкалар, тапочкалар кейгән. Ә улар ғәжәпләнеп, минең аяҡтарыма күрһәтә. Шунан, әсәй, һин миңә ботинкалар алып бирҙең. Мин уларҙы шунда уҡ кейеп, бәйләп алдым. Кешеләр һымаҡ итеп атлап китеп ҡарайым, юҡ, булмай бит атлап, аяҡтар өйрәнмәгән. Етмәһә, ботинка саҡ ҡына ҙурыраҡ булып сыҡты. Атлап барған ыңғайы, бер-ике тапҡыр һөрөнөп тә киттем. Кеше ыңғайына атлап йөрөгөм килә, юҡ, булмай, әсәй. Шунан, өйгә ҡайтҡас, ботинкаларымды сисеп, төпкәрәк йәшереп ҡуйҙым. Ә аяҡтарым икеһе лә ышҡылып, уйылып сыҡҡан. Шулай шул, әсәй. Әгәр атлап йөрөргә өйрәнһәң, осоп йөрөү беҙгә килешмәй.
– Ул көндө мин дә хәтерләйем, – тине әсәһе.
– Һин бит бигерәк тырыш булдың. Мәктәптә уҡытыусыларың да ғәжәпләнә торғайны – Рәүҙәт шым ғына бар эшен башҡара ла йөрөй, тип.
– Хәлең нисек, ҡәйнәм? – тине Маһинур.
– Хәҙер, һикһәнгә етеп барғанда, йүгереп йөрөп булмаҫ, – тине ҡәйнәһе. – Хоҙай күпме бирһә, шул тиклем йәшәлер. Икәүләп шатланып килеп инеүегеҙ күңелемә яҡын. Һәйбәт хәбәрҙәр менән килгәнегеҙ күренеп тора. Мин һеҙгә бәхет һәм шатлыҡ теләйем.
Бергәләп ултырып сәй эстеләр. Маһинур менән Рәүҙәт ҡайтырға сыҡҡанда күҙ бәйләнә башлағайны инде. Туранан ғына йәйәүләп ҡайтырға булдылар.
– Ярай, килгәнбеҙ, ҡәйнәм кәйефләнеп тороп ҡалды, – тине Маһинур, иренә һыйынып.
– Әсәйем ғүмер баҡый шулай булды, – тине Рәүҙәт. – Ул беҙгә, балаларына, һәр ваҡыт яҡшылыҡ теләне һәм шулай булырына ышанды. Тормош та шулай ҡоролған бит. Беҙ атайҙарыбыҙың, әсәйҙәребеҙҙең тормошон дауам итеү өсөн генә йәшәйбеҙ.
– Әгәр мөмкин булһа, минең һиңә тағы бер һорауым бар ине. “Мин үс алдым инде”, тигән һүҙеңә ниндәй мәғәнә һалаһың? Үкенмәйһеңме? – тип һораны Маһинур.
– Ял итергә бармай тороп ҡалыуымда бер хәйә лә һиҙмәнеңме? – тине ире боролоп, ҡатынының күҙҙәренә ҡарап.
– Әллә тағы, – тип аптыранды Маһинур. – Мин һеҙҙең завод өсөн кәрәктер, тип уйланым.
– Юҡ, бында эш мәнфәғәте – иң тәүге планда. Ләкин хәҙерге техника, компьютерлаштырыу заманында һәр эште ситтән тороп, алыҫтан башҡарырға мөмкин. Минең алда ла һайлау мөмкинлеге бар ине. Бүлек начальнигы баштан уҡ әйтеп ҡуйҙы: “Теләһәгеҙ, барығыҙ. Әгәр мөмкинлек булһа, тороп ҡалһағыҙ ҙа, ҡаршы түгелмен”, – тине. Шунан һуң мин, дөрөҫөн әйткәндә, уйға ҡалдым. Был – берҙән-бер өмөт. Әгәр ишетергә теләһәң, минең өсөн – һуңғы сара, – тине Рәүҙәт.
– Һәм һин ул мөмкинлекте файҙаланырға ҡарар итеңме? – тине ҡатыны.
– Шулай булғас, был аҙымға мин һине үҙем этәрҙем, тип иҫәпләй алаһың, – тине Рәүҙәт. – Шулай итеп, мин үс алдым. Үҙемдән, иң тәүҙә мин үҙемдән үс алдым. Күк емерелеп төшөрлөк бер сәбәп тә күрмәйем. Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Күрәһең, беҙгә был һынауҙы ла үтергә кәрәк булғандыр.
– Ә үҙеңә ышанаһыңмы һуң? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатыны.
– Әлбиттә, ышанам. Үҙемә ышанмаһам, айыҡ аҡыл менән бындай хәл иткес аҙымға бармаҫ инем.
– Рәхмәт һиңә, – тине ҡатыны, иренә нығыраҡ һыйынды.
Г. Әлибаева
"Һәнәк" журналынан.
Торатау сайтынан
Фото Т.Роза
Читайте нас в