Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 19:34

"Мин – киләсәк уҡытыусыһы!"

Бөгөн Өфөлә “Киләсәк уҡытыусыһы” тигән һөнәри конкурстың округ ярымфиналы асылды.

Конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының өр-яңы проекты.
Ярыш майҙаны итеп Өфө ҡалаһы осраҡлы һайланмаған, сөнки мәғариф өлкәһе тәңгәлендә алдынғы тәжрибәне бүтәндәргә таратыу йәһәтенән Башҡортостан барыһына ла өлгө һанала.
Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров сәләмләне, барыһына ла уңыштар теләне. Конкурс уҡытыусыға үҫеш йәһәтенән ҙур мөмкинлектәр асыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры, фән докторы Азат Йәнгиров әйтеүенсә, юғары уҡыу йортона Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ, конкурс юғары кимәлдә үтһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләгәндәр.
Волга буйы федераль округы кимәлендәге бәйге әле Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында бара. Ойоштороусылар бөтәһе 6724 ғариза ҡабул итеп алған, ярымфиналға 54 команда һайлап алынған. Түбәнге Новгород, Ырымбур, Һамар, Пенза, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Татарстан, Сыуаш республикалары, Мари иле, Пермь крайы конкурсанттары шуға асыҡ миҫал. Ә Башҡортостандан уҡытыусыларҙың өс командаһы көс һынаша.
Бәйгенең өс көн һуҙымында барыуы күҙҙә тотола. Ул “Педагогик дебют”, “методик конструктор” һәм “кейс-уйын” педагогик өсмөйөштө үҙенең эсенә ала. Үҙ сиратында, еңеүсе команда финалда ҡатнашыу хоҡуғын ала.
Яҡташтарыбыҙға уңыш йылмайыуын теләйек! Алға, башҡортостандар!
Автор фотоһы.
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: