Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 10:50

Милли кейемдәрҙә - милләт асылы

Милли кейем – быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы. Ошо байлыҡ – сигеү-нағыштар, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәр, көмөштән сүкеп һалынған биҙәктәр, заманлаштырып тегелгән милли орнаментлы кейемдәр - һуңғы арала милләттәштәребеҙ араһында киң танылыу яулай бара.

Һәүәләй ауылында йәшәгән Гүзәл Искәндәрова милли кейем тегеү һәм биҙәүестәр яһау оҫталығын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергән гүзәл заттарҙың береһе. Ул көндәлек кейемдә лә милли биҙәктәр ҡулланыуҙы хуплай.
- Элек колхоз баҫыуҙарына Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле концерт менән килә торғайны. Ул ваҡытта мин бәләкәй инем әле. Уларҙың ҡояшта ялтырап торған тәңкәләренә, асыҡ төҫтәге матур биҙәлешле кейемдәренә ҡыҙығып ҡарап, шундай кейем кейергә хыяллана торғайным, - ти Гүзәл Әхмәт ҡыҙы.
Ысынлап та, беҙҙең башҡорт хал­ҡының милли кейеме бик бай, күҙҙең яуын алырлыҡ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемдәр матур. Көмөш тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән селтәр, ҡашмау, сулпы, алҡа, беләҙектәр ни тора...
- Мин милли кейемебеҙҙең иҫ киткес матур икәнен шул мәлдә күрҙем. Үҫә килә тормош ығы-зығыһына сумып, был хаҡта хыялымды ситкә ҡуйып торҙом. Хаҡлы ялға сыҡҡан көндән башлап был ҡыҙыҡһыныу яңынан бөрөләнде. Тәүҙә эҙләнеү эше алып барҙым. Иң беренсе С.Шитованың “Башҡорт халыҡ кейеме” һәм А.Камалиеваның “Башҡорт костюмы” китаптарын уҡып сығып, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр таптым. Мәҫәлән, халҡыбыҙ борон туҡыманы тәбиғи буяуҙар менән буяған. Кейемдәр башлыса ҡыҙыл, йәшел, һары, һирәгерәк зәңгәр төҫлө туҡыманан тегелгән. Үтә сағыу шәмәхә, ҡыҙғылт-һары төҫтө халҡыбыҙ үҙ итмәгән. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрен бер нисә төргә бүлеп була. Уның иң бо­ронғолары, башлыса өйҙә, ҡул көсө менән һуғылған, киңлеге утыҙ сантиметрҙан ҙурыраҡ булған туҡымаларҙан тегелгән. Күлдәктең итәге менән өҫкө өлөшө тоташтырылған урында киң генә әүеркә һалынған. Бындай кейемдәр туҡыма һуғыу киң таралған төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа тегелгән. Өҫкө яғы өс – арҡа һәм ике алғы өлөштән, итәге бер нисә ҡыйыҡтан торған күлдәкте төньяҡ һәм көнсығыш райондары кейгән. Биле аҫҡа төшөп торған күлдәктәр Урал аръяғы башҡорттары өсөн хас булған. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙың күлдәктәре ең формаһы менән айырыла, ул ҡабарып тора. Шулай уҡ еңде төрлөсә ултырталар. Яға башлыса ике төрҙә: ултырма яғалы һәм яғаһы төшөрөп ҡуйылған күлдәктәр булған. Төймәләр йә алдан, йә арттан, йә яурынға ҡуйылған. Шулай итеп кейемгә ҡарап ниндәй ырыуҙан булыуҙы асыҡлағандар.
(Дауамын гәзиттән уҡығыҙ)
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: