Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:15

Кәүҙәһен йыуыныу бүлмәһендә тапҡандар

Бындай ҡот осҡос күренеш шаһиттарҙы ныҡ шаңҡытҡандыр...

Өфө ҡалаһының төньяғында урынлашҡан ике ҡатлы йорт фатирының береһендә сәйер рәүештә үлгән кешенең кәүҙәһе табылған.

Уны, 31 йәшлек ир мәйетен, хоҡуҡ һаҡсылары һыу ҡойоноу бүлмәһендә ауыҙына душтың һиптергесе тығылған көйө таба.

Полицияға ҡот осҡос үлем тураһында хәбәр 8 сентябрь иртәнсәк килгән. Мәрхүмдең тәнендә күҙгә күренеп торған йәрәхәттәр табылмаған. Ирҙең үлеме сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында кәүҙә суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән. Шулай уҡ криминалистар хәл-ваҡиға урынынан ике кеҫә телефоны һәм блокнот алып тикшереү эшенә ҡушҡан.

Әлегә мәрхүмдең бер супермаркетта йөк тейәүсе булып эшләгәне, социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге видеояҙмаларында күренеүенсә, гитарала уйнағаны, шулай уҡ шиғырҙар яҙғаны билдәле.

Фото: Ксения Калинина
Автор: Аклима Гизатуллина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: