Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:24

Ишембай хакимиәте башлығы ниндәй яза алды?

Депутаттар Азамат Абдрахмановтың яҙмышын хәл итте.

10 сентябрҙә Ишембайҙа үткән ултырышта район Cоветы депутаттары район прокурорының хакимиәт башлығы Азамат Абдрахмановтың муниципаль хеҙмәткәр этикаһын боҙорға ярамағанлыҡ тураһындағы күрһәтмәһен тыңланы.
Депутаттар Азамат Абдрахмановтың августа Ҡуштау тауында булған ваҡиғалар мәлендә хата яһағанын һәм бының өсөн яза алырға тейешлеген таныны. Тик, улар әйтеүенсә, быны тыныс фекерләп, төрлө провокацияларға бирелмәйенсә эшләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә депутаттар район хакимиәте башлығына киҫәтеү сығарырға ҡарар итте.
“Мин Ҡуштауҙы яҡлаусыларға ҡаршы сығыш яһаманым һәм яһамайым. Унда, тауҙа, ысынлап та, Радий Фәрит улы әйтмешләй, һәйбәт кешеләр, романтиктар ҙа булды. Уларҙың күпселеген – 100-ҙән ашыу кешене – мин үҙемдең шәхси яуаплылығым аҫтында полиция менән һөйләшеп сығарҙым, уларҙы һаҡ аҫтына алмаһындар тип тырыштым. Кире осраҡта, ҡулға алынған кешеләр күберәк булыр ине. Тик был сараны ойоштороусылар романтиктар түгел ине, улар эскерһеҙ ҙә булманы. Шулай уҡ таратылған видео – манипуляция һәм монтаж. Бер ҡайҙа ла уның башы юҡ, тәүҙә миңә бик тупаҫ мөрәжәғәт иттеләр, провокацияға килтерҙеләр. Мине “дөрөҫ булмаған” башҡорт тинеләр, башҡа яла яғыуҙар булды. Аҙаҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар килеп сыҡты. Ә тәүҙә һуғышсан радикалдар менән эш иттем, улар минән Рәсәй флагын йолҡоп алды. Ә был үҙе үк хоҡуҡ боҙоу булып тора. Мин үҙем Башҡортостандың үҫеше хәрәкәте яҡлымын. Шуға күрә башҡорт халҡын алдарға, закон сигендә эшләгән йәки илдә эшмәкәрлеге тыйылған ойошмаларға индерергә тырышыуҙарына тыныс ҡына ҡарай алмайым. Мин Башҡортостандың үҫешеүен, шовинизм сигендә булған милләтселеккә күсмәүен теләйем”, – тине был турала Азамат Абдрахманов.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: