Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 13:27

Ипотека – 3,99 процент менән!

Башҡортос­танда тәүге тапҡыр “Ғаилә ипо­текаһы”н йылына 3,99 процент ставкаһы менән бирҙеләр.

Күңелле хәл, әлбиттә. “Пром­связьбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте банкы яңы фатир алыусыларға шундай мөмкинлек тәҡдим итте.

Республика өсөн үҙенсәлекле процент ставкаһынан күп бала тәрбиәләгән Эльвира менән Руслан Ҡотлоевтар ғаиләһе файҙаланды. Ишле ғаилә башлығы хәрби хеҙмәттә булғанлыҡтан, 4,5 процентлыҡ нигеҙ ставкаһы 3,99 процентҡа тиклем кәметелгән.

“Өфө – ирем тыуып үҫкән ҡала, шуға күрә тап ошонда фатир алырға булдыҡ, – ти Эльвира. – Бындай ставкаға беренсе булып эйә булыу беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, бөтәһенә лә рәхмәт”.

Йәш ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ, тиҙерәк өй туйлап, иркен йортҡа күсенергә яҙһын!
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
Фото Башинформ
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: