Йәшәү рәүешегеҙгә анализ яһағыҙ. Мәҫәлән, йәшәргә, автобус артынан һеләүһен кеүек сабырға, ашханала ашаған ризығығыҙҙың тәмен тоймайынса ҡарһаланып тығынырға ярамауы хаҡында.
Бында тиҙлек заманын ғәйепләргә кәрәкмәй, күп нәмә үҙебеҙгә бәйле. Кисекмәҫтән эш менән ял араһында теүәл нисбәт булдырырға һәм яңы ҡағиҙәләр буйынса йәшәй башларға кәрәк.
Һеҙ шатлығығыҙ йәки борсолоуығыҙҙы кем менәндер бүлешергә теләйһегеҙ, әммә яҡындарығыҙҙың башын ҡатырғығыҙ килмәй. Быны үҙегеҙҙең көҙгөләге сағылышығыҙ менән эшләгеҙ. Һеҙҙе нисек бар шулай ҡабул итеүсе, аңлаусы, яратыусы тоғро кеше – тик үҙегеҙ.
Проблемаларығыҙҙы үҙегеҙ менән тикшерергә өйрәнһәгеҙ, башҡалар менән нисек аралашырға икәнен аңларһығыҙ. Тиҙҙән һеҙ үҙ йәмғиәтегеҙгә өйрәнәсәкһегеҙ һәм уның асылығыҙға тура килгәнен күрерһегеҙ. Иң ҡыҙығы – быны башҡалар ҙа баһалар.
Көн буйына етерлек хәрәкәтләнәһегеҙме? Ошо хаҡта ла уйланығыҙ. Аҙыҡ аша ингән калорияларҙы һанағыҙ. Хәрәкәтләнеүҙең һәм туҡланыуҙың яңы режимын булдырығыҙ. Уны кисекмәҫтән үтәй башлағыҙ.
«Минең бәхетле булғым килә», – тигәндә, беҙ, ғәҙәттә, киләсәккә ҡарап хыялланабыҙ. Ә бәхетте иһә бөгөн табырға мөмкин. Буш ваҡытығыҙ булмау сәбәпле, бәхеттең әлеге мәлдәге сатҡыларын күрмәйһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙгә ысынлап та яҡшы булған мәлдәрҙе билдәләргә өйрәнегеҙ. Ҡайһы бер ваҡытта туҡтап, тормош әле, ошо мәлдә биргән ҡыуаныстарҙы татырға өйрәнегеҙ.
Һеҙ үҙегеҙҙең рухи сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлай беләһегеҙме? Сөнки тормош уны йыш ҡына һынап тора. Бөгөн стрестарға зарланыу модала. Эйе, улар – насар, әммә күп нәмә үҙебеҙгә бәйле икәнен дә онотмайыҡ. Ваҡ ҡына һөйөнөскә лә ҡыуанырға, һәр көндөң ниндәй ҙә булһа яҡшы яғын табырға өйрәнегеҙ. Башҡа кешеләргә ҡарата тыныс һәм матур мөғәмәләлә булырға өйрәнегеҙ.
Ыңғай уй-тойғолар күңел торошо өсөн бик мөһим.
Тәбиғәт менән гармонияла йәшәгәндә генә сәләмәт булырға мөмкин. Ә уның таҙалығы һәр беребеҙгә бәйле икәнен былай ҙа яҡшы беләһегеҙ. Улар – беҙ сүп-сар ташламаған урамдар һәм ихаталар, буш шешәләр, консерва банкалары ҡалдырылмаған урман-ҡырҙар, бысраҡ машинабыҙҙы йыумаған йылға-күлдәр.
Ә хәҙер һеҙҙең уйығыҙса сәләмәт йәшәү рәүешенә нимәләр инә – шуларҙы бергә туплағыҙ. Көн һайын уларҙы тормошҡа ашырығыҙ. Шуны онотмағыҙ: организмығыҙ уға даими иғтибар биргәндә генә сәләмәт буласаҡ. Тик шул саҡта ғына уның һеҙҙең ысынлап та асығыуығыҙҙы, эсергә теләүегеҙҙе белдергән ысын тауышын ишетерһегеҙ.
Ул туҡ булғанда – кәрәкмәгән тығыныуҙан, күҙҙәрегеҙ йомолоп барғанда, йәғни аяҡтан йығылғанға тиклем – эшләүҙән туҡталасаҡһығыҙ.
Ниһайәт, ошолай итеп үҙ организмығыҙҙы аңлаясаҡһығыҙ, уны ысынлап ихтирам итә башлаясаҡһығыҙ. Шул саҡта ул һеҙгә рәхмәтле – сәләмәт буласаҡ.