Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 17:00

Баланы эшләткән өсөн... штраф һалғандар

Әбйәлил районында бала хеҙмәтенән законһыҙ файҙаланған өсөн 40 мең һум штраф түләткәндәр.

Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районында бала хеҙмәтенән законһыҙ файҙаланғаны өсөн фирма етәксеһенә штраф һалынған.
Тикшереү һөҙөмтәһендә йәйге каникул мәлендә аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеү өсөн фирмаға дүрт үҫмерҙең эшкә алынғаны асыҡлана. Улар менән яҙма рәүештә хеҙмәт килешеүе төҙөлмәй, медицина тикшереүе үтеү ойошторолмай. Балаларға хеҙмәт хаҡы түләнеү рәүеше аңлатылмай, эш ваҡыты иҫәпләнгән табель тултырылмай.
Был закон боҙоу осрағы өсөн эшҡыуар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла - уға 40 мең һум штраф һалына.



Фото: in-korolev.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: