Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Сентябрь 2020, 12:05

Айһылыу ниңә Башлыҡҡа мөрәжәғәт иткән?

Благовар районынан Айһылыу, аптырағас, республика Башлығына мөрәжәғә иткән.

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Радий Фәрит улы. Һеҙҙең бер яҙмағыҙ аҫтында Благовар районының Иҫке Һынны балалар баҡсаһы проблемаһы тураһында яҙғайным. Хакимиәт мөрәжәғәт эшкәртеүгә алынды һәм һайлауға тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күреләсәк, тип яуап бирҙе. Әммә бөтә вәғәҙәләр һауала эленеп ҡалды һәм бер ниндәй ҙә сара күрелмәне”, – тип тағы мөрәжәғәт иткән Айһылыу.
Благовар районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Айһылыу күтәргән мәсьәләне ыңғай хәл иткәндәр.
“Вәғәҙә иткәнсә, 31 августа балалар баҡсаһының ҡыйығында атлама ҡуйылды. 1 сентябрҙә, Иҫке Һынны ауылы балалар баҡсаһы үҙенең тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итте”, – тип яуап биргәндәр район хакимиәтенән.
Автор: Рәмилә Мусина
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: