Ә урман!.. Көҙгө урман – үҙе бер мөғжизәле донъя. Ағас олондарында йылы миҙгелдә аҡҡан һут әлегә хәрәкәтен туҡтатҡан. Яҙға тиклем. Имән ялбыр япраҡтарын Урағайҙа уҡ шыптырлатып ҡоя башлағайны инде. Ҡайын был ғәмәлен Һарысайға ҡалдырҙы. Мышар ғына, һүрелә барған көҙгө биҙәктәргә йәмен биреп ҡалырға тырышҡандай, ут-ҡыҙыл суҡ емештәренән эйелеп ултыра.
Ошо хозурлыҡтарҙы күрә йөрөйһөң дә донъя йөҙөндә йәмһеҙлектәр, болалар, ҡайғы-хәсрәттәрҙең булыуына ышанмай башлайһың. Ә ысынбарлыҡ ҡырыҫыраҡ, ауырыраҡ, уҫалыраҡ.
Рәсәйҙәге бер быуат элгәрге сәйәси ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәреү мөмкинлеге булһа, Мәскәүҙә “Тактик үҙәк” тип йөрөтөлгән ойошманың эше буйынса август аҙағында асылған процесс иғтибарҙы мотлаҡ тартыр ине. Был “Үҙәк” 1919 йылдың яҙында, “Милли үҙәк”, “Рәсәйҙе тергеҙеү союзы” һәм “Ижтимағи эшмәкәрҙәр советы” тип аталған ойошмаларҙың берләшеүе һөҙөмтәһендә хасил булған.
Хөкөмгә тарттырылыусылар “совет власын ҡолатыу һәм капиталистик ҡоролошто, инҡилапҡа тиклемге тәртиптәрҙе тергеҙеү маҡсатын ҡуйған контрреволюцион ойошмаларҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнә. “Тактик үҙәк”тең 20 етәксеһе һәм айырыуса әүҙем ағзалары атыуға хөкөм ителә. Әммә, хөкөмгә тарттырылыусыларҙың “ихлас үкенеүен иҫәпкә алып”, Юғары ревтрибунал ҡарарҙы йомшартырға була. “Тактик үҙәк”тең етәкселәре Д.М. Щепкин, С.М. Леонтьев, С.Е. Трубецкой һәм С.П. Мельгунов – төрмәгә унар йылға ябыуға, алты кеше – Граждандар һуғышы тамамланғансы, өс кеше – өс йылға, ун кеше шартлы рәүештә хөкөмгә тарттырыла. 1921 йылда “Тактик үҙәк”тең эше буйынса хөкөм ителгәндәр амнистияға эләгә.
Ижтимағи тормош сентябрь айында ла һүрелмәй. Беренсе сентябрҙә Баҡы ҡалаһында Көнсығыш революцион ойошмаларының конгресы асыла. Утыҙ ете милләттең ике меңгә яҡын вәкиле йыйылып, Көнсығыш халыҡтары (Кавказ, Урта Азия, Афғанстан, Мысыр, Һиндостан, Иран, Ҡытай, Корея, Сүриә, Төркиә, Япония һ.б.) Коминтерндың II конгресы ҡарарҙарына ҡушыла һәм большевистик Рәсәйҙең революцион үҙгәрештәр тәжрибәһен хуплай, тип белдерә. Йыйылған халыҡтың өстән ике өлөшө коммунист була.
Съезд Коминтерн конгресынан аҙаҡ үтә. В.И. Ленин: “Былар бөтә цивилизациялы илдәрҙә лә һәм артта ҡалған көнсығыш илдәрендә лә большевистик байраҡ, большевизм программаһы, большевиктарҙың эш рәүеше һәммә цивилизациялы илдәр эшселәре, артта ҡалған һәммә колониаль илдәр крәҫтиәндәре өсөн дә өлгө булырлыҡ”, – тип яҙҙы.
Сентябрь аҙаҡтарында Мәскәүҙә IX Бөтә Рәсәй партия конференцияһы үтә. Ул күп кенә коммунистарҙың фирҡә тормошонан риза түгеллеген аса. “Эшсе оппозиция” лидерҙары (А.М. Коллонтай, А.Г. Шляпников, Ю.Х. Лутовинов һ.б.) юғарылағыларҙың бюрократтарса үҙгәреүен, фирҡәнең пролетар булмаған элементтар менән “сүпләнеүен” тәнҡитләй, эске фирҡә һәм профсоюздарҙың эске тормошонда демократияны киңәйтеү өсөн сығыш яһай. Әммә конференция йомғаҡтары буйынса һис ниндәй һиҙелерлек саралар күрелмәй.
...Сентябрь. Һарысай. Мостай ағай әйткәнсә, “Үтә күренә һыуҙар, елдәр, йылдар./ Мең төрлө төҫ балҡый һары төҫтән./ Зиһен етмәҫ ниндәй мөғжизә был? – Күк төбөнә, ана, ысыҡ төшкән”.
Октябрь айына туҡталмайынса, ноябрь – Ҡырпағайға күҙәтеүҙә сәхифәләргә әйләнеп ҡайтырбыҙ.