Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2020, 12:35

Балыҡсы ҡатынға нимә булған?

Өфөнөң 8 Март ҡасабаһынан алыҫ түгел ерҙә 74 йәшлек балыҡсы ҡатын саҡ иҫән ҡалған.

Ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, пенсионер күлгә резина кәмәлә балыҡ ҡармаҡларға юлланған. Бер аҙҙан хәле насарланғанын тойған. Был ваҡытта ул күлдең уртаһына еткән булған. Ярға тиклем ишеп барып етә алмаҫын аңлағас, ҡатын ҡотҡарыусыларҙы саҡырған.

Улар килеп етеп, балыҡсыға тәүге медицина ярҙамы күрһәткән һәм йәһәтләп дауаханаға оҙатҡан.

Был ваҡиға - кешене һәр ерҙә хәүеф-хәтәр һағалап тороу ихтималлығына тағы бер миҫал. Ҡайҙа булһағыҙ ҙа, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, һаҡланып йөрөү зарур.
Фото: foto-planeta.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bali-si-atin-a-nim-bul-an-447612/
Читайте нас: