Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2020, 12:04

Ата-әсә быны күреп шаҡ ҡатҡан...

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеү камераларын һүндерергә онотҡас, ата-әсә көтөлмәгән күренештән шаңҡып ҡалған.

Өфөлә бер шәхси балалар баҡсаһы тирәләй шау-шыу ҡупҡан.
Mash телеграмм каналы билдәләүенсә, балаларҙы төшкө йоҡо мәлендә йыйылмалы карауаттарға һалалар икән. Быны ата-әсәләр осраҡлы ҡына белеп ҡалған. Баҡтиһәң, баҡсала йоҡо мәлендә күҙәтеү камераларын һүндереп ҡуялар икән, ә был көндә нилектәндер онотҡандар. Балаларының уңайһыҙ урында йоҡлап ятҡанын күргән ата-әсә шаңҡып ҡалған. Белеүебеҙсә, шәхси баҡсаларға айлыҡ түләү аҙ түгел. Шуныһы, бындағы уйын майҙансыҡтары ла бик үк шәптән түгел икән.
“Карауаттар, шкафтар һәм һауыт-һаба өсөн айырым унышар мең һум түләнек. Ә бит был нәмәләрҙе баҡса үҙе алырға тейеш”, - тип асыулана ата-әсә. Улар учреждение хакимиәтенән кәрәк-яраҡҡа тип йыйған аҡсаны кире биреүҙәрен һораған, тик һөҙөмтәһеҙ. Ата-әсә күмәкләп Башҡортостандың Тәфтиш комитетына ғариза менән мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Фото: mkset.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: