Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 18:25

Урал Рәхимовтың ғәйебе бармы?

Игорь Изместьев үлтерештәрҙең заказсыһы Урал Рәхимов тип атай.

“Бәйләнештә” селтәрендәге “Ҡыҙыҡлы Өфө” паблигында Башҡортостан халҡының “Новые известия” гәзитендә баҫылған элекке сенатор Игорь Изместьев тураһындағы мәҡәлә буйынса фекер алышыуына бәйле яҙма донъя күрҙе.
Игорь Изместьев үлтерештәрҙең заказсыһы Урал Рәхимов тип атай. Гәзиттәге мәғлүмәткә ҡарағанда, 30 сентябрҙә Рәсәй Юғары суды Президиумы ултырышында Башҡортостандан экс-сенатор Игорь Изместьевтың эше ҡайтанан ҡарала. Ул террорсылыҡ һәм заказ буйынса кеше үлтереүҙәрҙе ойошторған өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителгәйне. Әле Изместьев тәфтишселәрҙең һорауҙарына теүәл яуап бирергә булды һәм үҙе ойошторған үлтерештәрҙең заказсыһы Башҡортостандың элекке Президенты Мортаза Рәхимовтың улы Урал Рәхимов, тип билдәләне.
Сәйәси күҙәтеүсе Азат Ғәлиуллиндың фекеренсә, Урал Рәхимовтың эше Башҡортостандағы протест акциялары һәм Мортаза Рәхимовтың ғаилә ағзалары белдереүҙәре менән бер үк ваҡытта әүҙемләшеүе осраҡлы түгел.
– Бындай мәҡәләләр тик торғандан барлыҡҡа килмәй. Был һирәк осрай торған күренеш, ул юғарынан шылтыратыуҙар һөҙөмтәһендә генә килеп сығыуы ихтимал. Уның мәғәнәһе аңлашыла: федераль үҙәк Рәхимовтар ғаиләһенең протест акцияларын ойоштороуҙа ҡатнашыуынан ҡәнәғәт түгеллеген күрһәтә, сөнки улар власть туплауға һәм протест сараларына йүнәлткән ресурстарҙы власта ултырыуҙан алған. Шуға күрә берәү ҙә уларға был ресурстарҙы артабан да ошо рәүешле файҙаланыуға юл ҡуймаясаҡ, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй сәйәсмәне һәм эшҡыуары, Башҡортостан парламентының Федерация Советындағы элекке вәкиле Игорь Изместьев үлтерештәрҙе ойошторған, Силәбе өлкәһендәге типографияны яндырған һәм Өфөлә автомобилде шартлатҡан өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде.
Урал Рәхимов иһә Австрияла йәшәй. Рәсәйҙә уға ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алты йыл элек уны халыҡ-ара эҙләү иғлан ителгән.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: