Өфө – Белорет автомобиль юлындағы иң хәүефле участка - Елмерҙәк тауы, уны, билдәле булыуынса, халыҡ “ҡәйнә теле” тип тә йөрөтә. Бында авариялар йыш теркәлеп тора.
Мәҫәлән, өс аҙна элек тауҙан төшөп килгән фура боролошта идараны юғалтып, бейек тауҙан аҫҡа оса. Бәхеткә күрә, водитель иҫән ҡала.
Тик был ваҡиғаға нөктә ҡуйырға иртә әле, сөнки инде өс аҙна фура тау аҫтында ята һәм водитель емерек транспорт янында йәшәй. Кисә бер юлсы туҡтап, уның янына төшкән. "Үҙем менән аҙыҡ-түлек юҡ ине. Тәмәке ҡалдырҙым. “Сәй ҙә, шәкәр ҙә, бер нәмә лә ҡалманы тиерлек” тине ул", – тип уртаҡлаша социаль селтәрҙә ваҡиға шаһиты.
“Ниңә ул унда йәшәй? Нимә көтә? Йөк һаҡлай?”, “Бәлки, ул ялланған водителдер. Аҡсаһы ла юҡтыр, аҙыҡ-түлеге лә бөтөп килә. Бәлки, машина үҙенекелер, ә үҙе алыҫтандыр. Машинаны ташлап китһә, аҙна эсендә ташып бөтәләр”, “Өс аҙна эсендә нимәлер хәл итергә була бит! Кемгәлер эшләһә, килерҙәр ине, үҙенә булһа, машинала ултырып бер нимәне лә хәл итеп булмай”, “Ҡотҡарыусылар нимә өсөн? Уларҙы саҡырһа, күптән өйҙә булыр ине”, “Тиҙҙән һыуыҡтар башлана” тип фекерҙәре менән уртаҡлаша социаль селтәрҙәгеләр.
Автор белдереүенсә, Елмерҙәк “тотҡоно” автомобилде һаҡлай икән, хужаһы фуралағы йөктө алып киткән.