Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 00:12

Тимур, ҡайҙа һин?

17 йәшлек үҫмер Башҡорт агросәнәғәт колледжынан сығып эҙһеҙ юғалған. Асыҡланыуынса...

Башҡортостан полицияһы эҙһеҙ юғалған Тимур Йәсәуиевте эҙләй.
17 йәшлек егет 16 августа Өфө районында, Михайловка ауылында юғалған. Ул Баҡса, 6/1 адресы буйынса урынлашҡан Башҡорт агросәнәғәт колледжынан сығып киткән.
Билдәләре: буйы 165 сантиметр самаһы, сәсе асыҡ-ҡуңыр төҫтә, ҡыҫҡа итеп алынған, кәкес танаулы, көрән күҙле.
Капюшонһыҙ ҡара куртка, аҡ футболка, ҡара-күк спорт трикоһы, һоро-аҡһыл көрән кроссовки кейгән булған.
Әгәр ҙә Тимур хаҡында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-917-782-23-10, 02, кеҫә телефонынан 102 һандары буйынса хәбәр итегеҙ.
Фото: “Горобзор” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: