Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 18:28

Тары ғына тимәгеҙ...

Әгәр үҙәк көйөүҙән ыҙалаһағыҙ, таблетка урынына...

Тары ярмаһын күптәр әллә ни эшкә һанап бармай. Беҙ, мәҫәлән, бала саҡта уны “сепей бутҡаһы” тип атай инек, йәғни тауыҡ себештәренә тәғәйен ярма тип һананыҡ. Халҡыбыҙҙа “Барыҫ йылы барын сәс, һис булмаһа тары сәс” тигән әйтем бар. Был әйтем дә тарыға бойҙай, арыштан ҡайтыш ашлыҡ тип ҡарауҙан килеп сыҡҡандыр.
Ә бит тары – иң файҙалы ярмаларҙың береһе. Әйҙәгеҙ, уның файҙалы сифаттарына айырым-айырым туҡталып үтәйек.
Тары йөрәк өйәнәген иҫкәртә, стенокардияны дауалай. Бының өсөн 3 аш ҡалағы тарыны табала ҡыҙҙырығыҙ, әммә ул һары төҫөн юғалтмаҫҡа тейеш. Ярмаға 130 мл һыу өҫтәп, ул парға әйләнеп бөткәнсе болғап тороғоҙ. Килеп сыҡҡан бутҡаны 3-4 өлөшкә бүлеп, көн дауамында ашағыҙ. Дауаланыу курсы – бер айға тиклем.
Шулай уҡ тары юғары ҡан баҫымын, геморройҙы дауалау сифатына эйә. Бының өсөн тарынан әҙерләнгән ризыҡтарҙы аҙнаһына кәм тигәндә өс тапҡыр ашарға кәңәш ителә.
Ғәҙәттә, ябығырға теләүселәргә ҡарабойҙай бутҡаһын тәҡдим итәләр, ә бына тарының калориялылығы ҡарабойҙайҙан кәмерәк булыуын күптәр белмәйҙер ҙә әле.
Шулай уҡ тары ашҡаҙандың әселеген баҫа. Әгәр һеҙ үҙәк көйөүҙән ыҙалаһағыҙ, таблетка урынына ике сәй ҡалағы йыуылған тары ярмаһы (сей килеш) ашап ҡарағыҙ. Күптәргә ярҙам итә.
Бына шундай файҙалы ярма ул тары. Тик уны ҡалҡан биҙенә бәйле проблемаһы булған кешеләргә даими ҡулланырға кәңәш ителмәй, сөнки уның организмда йод алмашыныу процесына кире тәьҫир итеү ихтималлығы бар.
Фото: nashalady.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: