Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 12:01

Отош сере менән уртаҡлашҡан

12 миллион һум аҡсаға эйә булған Руслан әйтеүенсә, приз отоуҙа уға...

2018 йылда Өфө егете Руслан лотереяла 12 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. Был бәхет уға "Гослото"ның 8628-се тиражында йылмайған. Русландың әйтеүенсә, приз отоуҙа уға математик иҫәпләүҙәр ярҙам иткән.
“Был донъяла бөтә нимә бер-береһенә бәйләнгән: цифрҙар, даталар, һандар... Миңә һандар донъяһы бик ҡыҙыҡ ине. Анализдар эшләп, яйлап лотерея уйнай башланым”, - ти ул. “Эш аҡсала ла түгел, иң мөһиме - маҡсат ҡуйып, шуға ирешеү”, - тип тә өҫтәй ул. Әйткәндәй, отҡан аҡсаһын әрәм-шәрәмгә ебәрмәгән егет, ә яҡшы йорттан фатир һатып алып ҡыуанған.
Әлбиттә, отош уйынына һәр кемдең үҙ ҡарашы: кемдер йылдар буйына ышанып, аҡсаһын түгеп уйнаһа ла, бер тин дә отмай, эшләп тапҡанын әрәмгә ебәрә. Руслан кеүектәрҙең миҫалы уларҙы өмөтләндерә, артабан уйнарға ҡомарландыра. Ә кемдер "һауалағы торнаға" ымһынмай, юҡтан килгәнгә өмөт итмәй, хәләл юл менән тапҡан килеменә шөкөр тип йәшәүҙе хуп күрә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Otosh-sere-men-n-urta-lash-an-445718/
Читайте нас: