Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 00:04

Михаил Ефремовҡа ҡарар сығарылды

Ниһайәт, бөтә ил күҙәтеп барған шау-шыулы ваҡиғаға бөгөн нөктә ҡуйылды. Иҫерек килеш руль артына ултырып, бер кешене үлтергән билдәле артист Михаил Ефремовҡа хөкөм ҡарары сығарылды.

Шулай итеп, был ҡылығы өсөн Михаил Ефремов һигеҙ йыл ғүмерен колонияла үткәрәсәк. Уны суд залында уҡ ҡулға алғандар.
Суд фекере буйынса, изоляцияһыҙ Ефремов холҡон төҙәтә алмаясаҡ. Шулай уҡ артист өс йылға водитель танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡты һәм аварияла һәләк булған ирҙең өлкән улына 800 мең һум аҡса түләргә тейеш.
Ефремов судтың ҡарарын бер хис-тойғоһоҙ тыңлаған һәм бер һүҙһеҙ ҡулдарын наручник кейҙереүсе конвойға һуҙған.
Әйткәндәй, был ҡарар йомшаҡ тип һанала. Суд уның ыңғай характеристикаһын һәм ғәйебен таныуын иҫәпкә алған.
"Суд Ефремовтың тәүге тәфтиш барышында ғәйебен таныуын, балалары булыуын, ыңғай ҡылыҡһырламаһын һәм хәйриә менән шөғөлләнеүен иҫәпкә алды" тиелә суд ҡарарында.
Дәүләт ғәйепләүсеһе уның өсөн 11 йыл колония талап итә ине. Актер үҙе һигеҙ йыл булыр тип көткәйне. Зыян күргән яҡ һәм уларҙың адвокаттары суд ҡарары менән ризалашҡан.
Фото: mskagency.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзитенән алынды
Читайте нас: