Даирә
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентября 2020, 08:34
Ғүмер буйы йәшенмәк уйнап булмай...
Әсәнең бәлиғ булмаған ҡыҙын һәм улын балалар йортона тапшырғандар...
Алимент түләмәгән әсә һигеҙ ай ғүмерен колонияла үткәрәсәк. Суд приставтарының Бөрө район-ара бүлексәһе ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгән ҡатынға ҡарата башҡарыу эше ҡуҙғатҡан.
Балалар тәрбиәләү бурысын үтәмәгән әсәнең бәлиғ булмаған ҡыҙын һәм улын балалар йортона тапшырғандар. Суд ҡатындан килеменең өстән бер өлөшөн түләтеү тураһында ҡарар сығарған. Тик әсә суд ҡарарын үтәргә теләмәй. Шулай итеп, уның алимент буйынса 165 мең һумлыҡ бурысы йыйыла, уға 40 сәғәтлек мотлаҡ эштәрҙе үтәү бурысы тәғәйенләнә.
Эште башҡарыу ваҡыты тамамланыу менән ҡатын, приставтарҙан ҡасып, дуҫ-иштәрендә йәшенеп йәшәп йөрөй. Тик ғүмер буйы йәшенмәк уйнап булмай бит, ҡасҡалаҡ әсәне табалар һәм енәйәт яуаплылығына тарттыралар. Хәҙер уға һигеҙ айҙы колонияла үткәрергә тура киләсәк.
Фото:pozakonu.site
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/mer-buyi-y-shenm-k-uynap-bulmay-446322/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!