Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 00:00

Аринаны был аҙымға нимә этәргән?

Бәләбәйҙән ауыр хәбәр килде: күпме изгелек эшләп тә, үҙен ҡотҡара алмаған ике бала әсәһен...

Бәләбәйҙән насар хәбәр килде: 3 сентябрҙә өйөнән сығып китеп ғәйеп булған Арина Н.-ың кәүҙәһен тапҡандар.
26 йәшлек әүҙем ҡарашлы йәш ҡатын, йәнлек-хайуандарҙы яҡлаусы урманда үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән мәғлүмәт бар. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ваҡиға урынында ҡатындың шәхси әйберҙәрен һәм ике хушлашыу яҙмаһын тапҡан.
Арина Н. автобус водителе булып эшләгән, ә буш ваҡытында йортһоҙ-хужаһыҙ хайуандарға ярҙам иткән.
Йәш ҡатындың ике балаһы ҡалған.
"Асыҡ күңелле, ҡурҡыу белмәҫ, ихлас, тормошто яратҡан, көслө һәм ярҙамсыл кеше ине ул. Арина менән беҙ хайуандарҙы операцияға Өфөгә алып барҙыҡ, күпме хайуандарҙы реабилитацияларға ла ярҙам итте ул. Арина ҡотҡарған, ярҙам иткән хайуандарҙың һаны юҡ!" – тип яҙған уның хаҡта ирекмәндәр.
Тик ҡатындың яҡындары, дуҫтары был ҡурҡыныс аҙымға уны нимә этәргәнен аңлай алмай.
"Арина барыһы өсөн дә күпте эшләне. Ул бик аяныслы, аңлашылмаған аҙым яһаһа ла, хәҙер бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай. Уны ғәйепләргә бер кемдең дә хаҡы юҡ! Тыныс йоҡла, Арина. Беҙ һине һағынасаҡбыҙ..." – тип яҙған уның тураһында зоояҡлаусылар.
Йәш ҡатындың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: