Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2020, 13:26

665 ғаилә күстәнәс аласаҡ665 ғаилә күстәнәс аласаҡ

“Беҙ бергә” акцияһына ярашлы ойошторолған “Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” проекты бағыусылар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Сентябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһына ярашлы мохтаждарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк – 665 ғаилә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы аласаҡ.
Ул башлыса республикала етештерелгән 19 төр продукттан тора, уның эсенә ярмалар, көнбағыш майы, сәй, печенье, шәкәр, консервалар инә. Пакеттарҙы ирекмәндәр таратасаҡ.
“Беҙ бергә” акцияһына ярашлы ойошторолған “Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” проекты бағыусылар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Уның ойоштороусылары – “Ирекмән-медиктар” хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы. Башҡортостанда проект операторы булып “Өфө хосписы” коммерция булмаған ойошмаһы сығыш яһай.
Был - пандемия осоронда илдә ойошторолған гуманитар акцияның дауамы. Ул саҡта 65 йәштән олораҡ 1,5 миллион рәсәйле бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алғайны.
Башҡортостанда ла май айында өлкән йәштәге 40000 кешегә, шул иҫәптән 1152 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына ошондай ярҙам күрһәтелде.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/665-ail-k-st-n-s-alasa-446255/
Читайте нас в