Республиканың гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, төбәгебеҙгә аяҙ, ҡояшлы көндәр бүләк иткән скандинав антициклоны аҙна уртаһына тиклем торасаҡ. 8–9 сентябрҙә, көндөҙ +20...+25 градусҡаса йылыта, төндә +4...+10 градус. Таулы һәм төньяҡ райондарҙа ҡырау төшөү ихтималлығы һаҡлана, төндә 0...+1 градус.
10 сентябрь – кесаҙнанан болотло, һалҡынса көндәр көтөлә, ел көсәйә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар башлана. Көндөҙгө һауа температураһы +15...+17 градустан артмаясаҡ.