Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 10:49
Мәктәптә туҡланыу менән ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу элемтә ойошторолдо
Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты менән ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр өсөн ҡыҙыу элемтә ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан.
Эш көндәрендә +7 (347) 292-11-52 номеры буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға мөмкин, тәнәфес — көндөҙгө 1-ҙән 2-гә тиклем.
Дәүләт комитеты һәм Мәғариф министрлығы менюҙың өс вариантын әҙерләгән, муниципалитеттар шулар араһынан тейешлеһен һайлап алған. Беренсе сменала уҡыған бала иртәнге аш менән тәьмин ителергә тейеш. Икенсе сменала уҡыусыларға төшкө аш бирелә. Иртәнге аш еңел ашамлыҡтан, ҡайнар ризыҡтан һәм ҡайнар эсемлектән торорға тейеш, йәшелсә, еләк-емеш индерергә тәҡдим ителә. Төшкө аш – еңел ашамлыҡ, беренсе, икенсе (төп ҡайнар ризыҡ – ит, балыҡ йәки ҡош ите) һәм татлы ризыҡ.
Башҡортостанда федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһы иҫәбенә 1-4-се класс уҡыусылары һәм ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 5-11-се класс уҡыусылары – бер тапҡыр бушлай ҡайнар аш, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм инвалид балалар ике тапҡыр бушлай аш менән тәьмин ителә.
https://
www.bashinform.ru/news/1489747-dlya-roditeley-nedovolnykh-shkolnym-pitaniem-organizovana-goryachaya-liniya-goskomtorgovli-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
фото «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
https://www.bashinform.ru/bash/1489817/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?