Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2020, 18:31
Мөгөҙөнән кейем элгес эшләргә уйлаған
Законһыҙ һунар яратҡан аусы йораты ҡоралайҙан фарш эшләргә лә өлгөргән, ә йортонда...
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре Салауат районында браконьерлыҡ осрағын асыҡлаған.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм булып, Арҡауыл ауылынан алты километр алыҫлыҡта законһыҙ рәүештә ҡоралайға һунар итеүҙәрен асыҡлаған.
Тиҙҙән браконьрҙың эҙенә төшкәндәр. Ул 38 йәшлек ир булып сыҡҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнсе ир ҡоралай итенән фарш яһарға ла өлгөргән, ә мөгөҙөнән кейем элгесе эшләргә планлаштырған.
Законһыҙ һунар яратҡан аусы йоратынан карабин, ҡорал һәм патрондар тартып алғандар. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: 02.мвд.рф
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/M-g--n-n-keyem-elges-eshl-rg-uyla-an-443708/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: